Ғәҙеллек тантана итер22.09.2012
Ғәҙеллек тантана итерЯҡташыбыҙ, билдәле гимнаст, үҙәк телевидениела тапшырыуҙар алып барған Ләйсән Үтәшева күңелһеҙ ғауғаға дусар булды: үҙәк гәзиттәр яҙыуынса, 34 йәшлек эшҡыуар Валерий Ломадзе уны ике тиҫтә миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙа ғәйепләй. Аҡсаны ҡайтарыуҙы һорап, ул Мытище ҡала судына мөрәжәғәт иткән.

Ләйсән Альберт ҡыҙы Үтәшева 1985 йылдың июнендә Раевка ҡасабаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Өс йылдан һуң улар Волгоградҡа күсеп килә. Ата-әсәһе ҡыҙҙы балет мәктәбенә бирергә уйлай, ләкин осраҡлы хәл һөҙөмтәһендә (магазинда сиратта торғанда дүрт йәшлек ҡыҙыҡайға гимнастика буйынса тренер Надежда Касьянова иғтибар итә һәм әсәһенә сабыйҙың быуындарының бик һығылмалы булыуын әйтә) Ләйсәндең яҙмышы икенсе йүнәлеш ала. Дүрт-биш йәшенән спорт менән шөғөлләнә башлап, 21-ҙә ҙур билдәлелек ҡаҙана. Донъя чемпионы исемен яулай, алты тапҡыр Европа чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры.
Ләйсән Үтәшева ҙур спортта тағы ла күберәк уңыштарға өлгәшер ине, әммә 2002 йылда бер аяғына операция яһатҡандан һуң, уға ярыштарҙа ҡатнашыу еңел булмай. Дүрт йылдан, Пекин Олимпиадаһы алдынан, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ирина Винер менән кәңәшләшеп, яҡташыбыҙ спортты ҡалдыра. Артабан ул тележурналист булып китә һәм бөгөн НТВ-ла, башҡа каналдарҙа, радиола тапшырыуҙар алып бара.
Билдәле спортсы тирәләй күңелһеҙ хәлгә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙәк матбуғат саралары себендән фил яһарға маташа кеүек. Йәғни улар аҡсалы намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең Ләйсән Үтәшеваға ҡарата ялған ғәйепләүен ҡабарта. Туғандары уны бик итәғәтле, мәҙәниәтле, намыҫлы тип ҡылыҡһырланы. Уға, яҡындарына төрлөсә яла яғып, аталы-уллы Ломадзелар Ләйсәнде һындырырға һәм буйһондорорға тигән бысраҡ маҡсат ҡуйған, бәлки, уларҙы кемдәрҙер һөсләткәндер.
P.S Мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә Ләйсән Үтәшеваның Валерий Ломадзены судта еңеп сығыуы билдәле булды.
Ф. ҒАФАРОВ.


Вернуться назад