Электричка һеҙҙе көтә21.09.2012
Бөгөндән башлап Өфөнән Шакшаға тиклем көн һайын махсус электричка йөрөй башлаясаҡ.

Был уңайлы транспорт төрөнән файҙаланырға теләүселәр күп булыр кеүек, сөнки баш ҡаланы урап сығыу өсөн ни бары 35 минут ҡына талап ителә.
Иң мөһиме: һеҙ ялҡытҡыс тығындарҙа тороуҙан ҡотоласаҡһығыҙ. Дүрт вагондан торған состав “Өфө”, “Воронки”, “1629 километр”, “Парк”, “Черниковка”, “Спорт”, “Правая Уфимка”, “Шакша” туҡталыштары аша үтәсәк. Юл оҙонлоғо — 22 километр. Маршрут буйынса көн дауамында һигеҙ поезд йөрөйәсәк. Юл хаҡы — 36 һум. Балалар өсөн билет 11 һум тора. Федераль бюджеттан социаль хеҙмәттәр алыуға хоҡуҡлы граждандар бушлай йөрөйәсәк, ә төбәк льготаларына эйә пассажирҙар өсөн 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған.
“Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бәшмәкселәр һәм балыҡсылар өсөн дә көҙгө бүләктәр әҙерләне: 22, 29 сентябрҙә Ҡандра тарафына ойошторолған маршрут та бәшмәк йыйырға яратыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыр тип уйлайбыҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад