Әбйәлил районының Әбйәлил ҡасабаһында йәшәүсе ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ – Сафин Сәғит Закирйән улы оло юбилейын – 60 йәшен билдәләй.
Сәғит Закирйән улы яуаплы вазифалар башҡарҙы. Һәр саҡ мөләйем, ифрат кешелекле, ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәренә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл булыуы арҡаһында ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Атайыбыҙ сәнғәтте ярата, үҙе матур йырлай, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнай. Ә инде өҙә баҫып бейергә төшөп китһә, һоҡланыуҙан ах итәләр.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тыуаһы таңдар һиңә бары тик шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ!
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер итеп
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Һинең тормош юлы – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ, һиңә ысын йөрәктән
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән
тормош иптәшең Әнисә, балаларың Ильяс, Роза, киленең, кейәүең, ейәндәрең Арыҫлан, Юламан, ейәнсәрҙәрең Әсилә, Динә.