Өфө пенсионерҙары, йәнә парта артына ултырып, уҡый башланы. Апрелдән алып июлгә тиклем “Башинформсвязь” ойошмаһы, үҙенең социаль проектына ярашлы, оло йәштәгеләргә компьютер серҙәренә төшөнөргә ярҙам итте.
— Дүрт ай эсендә өс төркөм төҙөлдө. Уларҙа 30-ҙан ашыу кеше иҫәпләнә. Тәүге уҡыусыларыбыҙ — “Башинформсвязь” йәмғиәтенең хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәре. Улар менән шөғөлләнгәндә һайлаған уҡытыу алымының һөҙөмтәлелегенә инандыҡ, курс программаһы, уҡытыу күләме, ҡыҙыҡлы темалар буйынса бөтә иҫкәрмәләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе иғтибарға алдыҡ, — тип хәбәр иттеләр ойошманан.
Әкренләп был эшкә башҡалар ҙа йәлеп ителде. Нигеҙҙә, курстарға ҡаланың йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнашҡан, яңынан-яңы мәғлүмәт һәм белем алыуға, Интернеттан файҙаланыуға ынтылған кешеләр йөрөй. Һигеҙ дәрестә һәр төркөм компьютер донъяһында гиҙҙе. Интернеттағы биттәрҙе асырға, селтәрҙә аралашырға, хатлашырға өйрәнде. Уҡыу тамамланғас, күптәр компанияның абоненттарына әүерелде.
Белем алыу барышында “студенттар”ға, бындай курстар ни өсөн кәрәк, тигән һорау бирелде. Яуаптар төрлөсә ине. Әлегә тиклем компьютер артына ултырып та ҡарамаған кешеләр, заманса технологияларҙың әһәмиәтен яҡшы төшөнөп, ошо өлкәлә белемен камиллаштырҙы. Курстарға яҙылыу дауам итә.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.