Гәзитле лә, телефонлы ла булдыларЙәй айҙарында уҡ уҡыусыларыбыҙҙы 2013 йылдың тәүге яртыһына 31 авгусҡа тиклем яҙылып ҡалырға саҡырғайныҡ.
Шуныһы һөйөнөслө: гәзит уҡыусыларыбыҙҙың бер өлөшө арзан хаҡҡа яҙылыу форсатынан файҙаланды.
Иҫегеҙҙә булһа, “Башҡортостан”ды алдырыу йәһәтенән өлгөрлөк күрһәткәндәргә кеҫә телефоны вәғәҙә иткәйнек. Иң тәүгеләрҙән булып гәзиткә яҙылып, ошо хаҡта беҙгә хәбәр иткән өс уҡыусыбыҙға, вәғәҙә — иман, тип бүләгебеҙҙе әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Әйткәндәй, улар һәр йәһәттән дә отто: гәзит тә арзаныраҡ хаҡҡа төштө, телефонлы ла булдылар. Беҙҙең менән бергә ҡалыуҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ республиканың төп баҫмаһын таратыуҙа ярҙам итеүҙәренә лә өмөтләнәбеҙ.
Ҡалған дуҫтарыбыҙҙың күңеле төшмәһен. 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзиттең 50600 индекслыһына (аҙнаһына биш тапҡыр нәшер ителгәненә) яҙылған тәүге 100 кеше бүләккә дини календарь аласаҡ. Әле квитанциялар килеүен дауам итә. Кемдәр яҙылып өлгөрмәгән — ашығығыҙ!
Кеҫә телефоны менән бүләкләнеүселәр:Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылынан — Юлиә Вафина;
Ишембай районының Һайран ауылынан — Ғәлимйән Яҡупов;
Дәүләкән районының Боранғол ауылынан — Кәримә Сафиуллина.