Инәйем әйтте миңә21.09.2012
Урал САФИУЛЛИН
(1933)

Йәшем еткәс ун һигеҙгә,
Инәйем әйтте миңә:
“Егет булып үҫеп киттең, —
Кәләш алмайһың ниңә?”

“Ҡыҙҙар заты ҡасмаҫ, — тинем,
Буйҙаҡтар хәҙер һирәк...
Военкомат мине көтә —
Хеҙмәт итергә кәрәк!”

Утыҙ ике йәшем тулғас,
Инәйем әйтте миңә:
“Аҙашҡан торналай йөрөмә,
Ҡәртнәй булаһым килә!..”

“Бала бағып өлгөрөрһөң, —
Булһын малайың ғына...
Биш бүлмәле бер яҡшы йорт
Тәүҙә һалайым ғына”.

Ҡырҡ алты йәшем тулғанда,
Инәйем әйтте миңә:
“Һине бағып ғүмерем уҙҙы...
Бисә алмайһың ниңә?”

“Түҙгән — түш ашаған”, – тинем. —
Күп ҡалмаған көтөргә,
Гараж һалам, “Волга” алам
Киленде йөр(ө)төргә”.

Бер һылыуға күҙем төштө,
Йәшем еткәс иллегә.
Уңай килтереп,
Әйтә һалдым:
“Килен булып кил миңә!..”
Йылмайҙы:
“Килен булырға
Мин ҡаршы түгел, бабай,
Бәлки, миңә улың оҡшар, —
Егетте күрһәт, давай!”


Вернуться назад