Силәбем21.09.2012
Динә ТАЛХИНА
(1952 – 2007)
Силәбем, минең Силәбем,
Минең яратҡан ҡалам,
Урамдарыңдан йөрөп,
Йөрәккә илһам алам.
Силәбемдең тәү таштары
Уралыма уйылған.
Һөйөүем ҡорос төҫлө
Йөрәгемә ҡойолған.
Силәбемдә йорттар бейек,
Мейәстән күҙен алмай.
Домналағы ялҡындай,
Йөрәкте һөйөү ялмай.
Силәбемдә халыҡ алсаҡ,
Аралашыу бер ғүмер.
Шағир, йырсы яҡташын
Алҡышҡа йомарт күмер.