Һин ултыртҡан муйыл21.09.2012
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ
(1935 – 2010)

Йыр
Һин ултыртҡан муйыл
Сәскә атты быйыл,
Аҡ яулығын һалып иңенә.
Сәскәләрен өҙмәйем,
Тик наҙлап мин еҫкәйем,
Юҡ наҙларға бергә һин генә.

Һин ултыртҡан муйыл
Бөҙрәләрен быйыл
Күтәрә алмаҫ кеүек тойола.
Һағыныуҙарым көслө,
Һинһеҙ ул һулыр төҫлө,
Ҡайтмай ҡалһаң әгәр быйыл да.

Һин ултыртҡан муйыл
Емеш бирер быйыл.
Кем менән һуң ауыҙ итермен?
Яттар менән йәм тапмам,
Һинән башҡа йәр тапмам,
Ғүмер буйы һине көтөрмөн.


Вернуться назад