Үҙең бүләк21.09.2012
Уран КИНЙӘБУЛАТОВ
(1934 – 2003)
Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға.
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағыр микән ярҙарға?
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағыр микән ярҙарға,
Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк,
Миңә башҡа бүләк һайлама.
Әгәр һөйһәң, яҙҙар булып һөйһәң,
Йөрәгемдә һағыш һүрелер.
Яҙғы ҡояш көткән мөхәббәтем
Гөлдәр булып нурға үрелер.
Йәшлегемде һиңә бүләк иттем,
Ғүмер наҙым булһаң — һуңлама.
Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк,
Миңә башҡа бүләк һайлама.