Инәйем васыяты21.09.2012
Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА
(1920 – 2012)

Һыҡтап, илап ваҡыт уҙғарырға
Кеше ғүмерҙәре икеме.
Инәкәйем миңә васыят әйтте:
“Эшлә, эшлә”, — тине үтенеп.

— Һыҡтап ғүмереңде әрәм итмә,
Эшһеҙ кеше генә илаһын.
Килгәндә лә әжәл йән алырға,
Ең һыҙғанһаң, ҡурҡып, туҡтаһын.

— Үҙең дә бит ҡара таңдан алып
Ҡара төнгә тиклем эшләнең,
Ниңә туҡтатманың шул яуызды,
Ул килгәндә, инәй, нишләнең?

Өндәшмәй ул. Инәкәйем күптән
Гүр эйәһе. Тыныс йоҡола.
Мин баш бала. Инәй урынына
Мин кергәнмен тормош утына.

Теләһәң дә, теләмәһәң дә һин,
Балаларға яуап бир ана...
Васыятыңа тоғро булдым, инәй,
Тик шиғырҙан ғына ҡан тама.


Вернуться назад