Егет булһаң21.09.2012
Мөхәмәтйәров Хәй
(1911 – 1942)

Егет булһаң, бул алтыны,
Ҡыҙҙар, алтыным, тиһен.
Янһын йөрәгең ялҡыны,
Матурҙар янып һөйһөн.

Егет булһаң, йондоҙҙай бул,
Йондоҙҙо ҡыҙҙар күҙләй.
Йондоҙ күрһәтә яҡты юл,
Бар йыһанды балҡыта ул,
Зәңгәр күк йөҙөн биҙәй.

Егет булһаң, бул сәскәләй,
Ҡыҙҙар сәскәне һөйә.
Гөлгә ҡуна күбәләктәр,
Гөл-сәскәлә елбәҙәктәр,
Илгә гөл еҫ, йәм һибә.


Вернуться назад