Йөрәк түрендә21.09.2012
Ғәлимов Сәләм
(1911 – 1939)
Шиғырҙы ла, дуҫтар, тәнде лә
Үҫтерәһе ине тиң итеп,
Булмай!
Шиғыр ите үҫкән һайын,
кәмей тән ите.
Тик:
— Арыған, тимә,
Тән талһа ла,
Күҙҙәремдә бойоғоу күренмәҫ,
Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәрте
Йөрөтәм мин йөрәк түрендә!