Матур Өфө ҡалаһы21.09.2012
Ҡадир ДАЯН
(1910 – 1975)
Ағиҙелдең буйы йәмле,
Гөл-сәскәле далаһы.
Шул Иҙелдең ярҙарында
Матур Өфө ҡалаһы.
Ҡушымта:
Эх, Өфө ҡалаһы
Ағиҙелдең буйында.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һин булырһың уйымда.
Өфө урамдары асфальт,
Бейек яңы йорттары.
Ҡара төндө көндөҙ итә
Балҡып янған уттары.
Ҡушымта.
Өфө баҡсалары матур,
Гөл-сәскәгә күмелгән.
Йәйге көндә бер күрһәң дә,
Мәңге китмәй күңелдән.
Ҡушымта.