Эшкә тотонорға кәрәк21.09.2012
Бер-береһенең хәл-әхүәлен белешеп торған, алыҫ араға саң төшөрмәгән туғандар араһында хистәр һыуынмай. Аллаға шөкөр, бөгөн юлдар яҡшы, телефон аша ла һәр төбәк менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Әммә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе рухи ҡиблабыҙ Башҡортостанға яҡынайтыу өсөн был ғына аҙ.

Әле сит өлкәләрҙә республика телевидениеһын ҡарау, радиоһын тыңлау мөмкинлеге бар, әммә был өҫтәмә сығым талап итә. Гәзит-журналға яҙылыу хаҡы ла юғарыраҡ, шулай ҙа күпкә түгел — күтәрерлек. Рәсәй почтаһының эше менән халыҡ риза түгел. Гәзиттәр — бер-ике аҙнаға, журналдар бер-ике айға һуңлап килә йә бөтөнләй юғала. Быны үҙ башымдан үткәрҙем. Екатеринбург ҡалаһында йәшәй башлағас, башҡорт баҫмаларын алдырыу теләге менән почта бүлексәһенә килдем. Каталогтарҙан индекстарҙы көскә табып, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәренә, “Ватандаш”, “Аҡбуҙат” журналдарына яҙылдым. Милли баҫмаларҙың һәр береһенең индексын, хаҡын, квитанцияларҙы алып, ҡалалағы таныштарға юлландыҡ. Өй һайын йөрөп, тиҫтәләгән милләттәшебеҙҙе икешәр дана гәзит-журналға яҙҙырҙыҡ.
Әммә ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Сәбәбе — әлеге лә баяғы почта эшмәкәрлеге, эшлекһеҙлеге: гәзит-журнал һуңлап килде, юғалды. Ғәйебебеҙ булмаһа ла, дуҫтар, таныштар алдында уңайһыҙ ине. Шуға ла башҡаса уларҙы гәзит-журналға яҙылырға өндәмәнем. Үҙем дә, почта менән ураған һайын сәкәләшеүҙән ялҡып, ҡул һелтәнем.
Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ республика баҫмаларынан һыуынһа, араларҙың алыҫлашыуы көн кеүек асыҡ. Был бер ҙә арттырыу түгел. Элек башҡорт ырыуҙары, күрше ханлыҡтар менән килешеү төҙөп йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер-береһенең нисек тын алғанын белеп торған. Башҡорттарҙы даруғаларға, олоҫтарға, губерналарға бүлгәндәр. Әммә милләт берҙәм ҡалған. Бының сәбәптәренең береһе — үҙ-ара хәбәрҙар булып йәшәү. Хәҙер килеп, мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда, Урта Урал башҡорттары Силәбеләге милләттәштәренең ниндәй уй менән янып йөрөүен белмәй, Сафакүлдәгеләр Ырымбурҙағы туғандарының хәл итәһе мәсьәләләре хаҡында хәбәрҙар түгел. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтәйем: күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡайһы бер милләт вәкилдәре Башҡортостанды Урта Азия дәүләттәренең береһе тип иҫәпләй.
Беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһына тәҡдимебеҙ бар. Баҫмаға кәмендә 500 дана яҙылыуҙы ойошторабыҙ, тик уны Екатеринбургта баҫтырып, урындағы почта селтәре аша таратырға кәрәк (өлкә баҫмалары ваҡытында еткерелә бит). Гәзит биттәрендә урындағы яңылыҡтар баҫылһа, тағы ла яҡшы булыр ине. Һөҙөмтәлә “Башҡортостан”ды алдырыусылар Екатеринбургта ғына түгел, өлкә буйынса ла бермә-бер артыр тип уйлайбыҙ.
Был эшкә ҡыйыу тотонорға кәрәк. Сит өлкәләрҙә тараласаҡ гәзиттәрҙе “Оло Башҡортостан. Екатеринбург”, “Оло Башҡортостан. Ырымбур”, “...Һарытау”, “...Һамар” тигән исем менән сығарырға тигән тәҡдим бар. Быныһы инде редакцияның ихтыярында.
Һаман бер нәмә лә үҙгәрмәй тип зарланырға түгел, ә нимәлер эшләргә тырышырға, бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк, туғандар.
Ләйсән ИҘРИСОВА-НОҒОМАНОВА.
Екатеринбург ҡалаһы.


Вернуться назад