Йәннәттәргә күсте бөйөк Мостай...21.09.2012
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам...

Мостай КӘРИМ.

Ағиҙелкәй илай, Урал һығыла,
Ҡарурмандар бөгөлә ҡайғырып.
Арабыҙҙан Мостай китеп барҙы
Урман-тауҙы, һыуҙы ҡалдырып.

Яугир йәшен һөртә, курсант һыҡтай,
Ҡыҙҙар сеңләй урам тултырып.
Был донъянан олуғ әҙәм китте
Ерҙәштәрен йәтим ҡалдырып.

Башҡортостан быуыла, Келәш һыҡрай,
Шишмә түгел, Рәсәй эсенә.
Ҡалҡан ине барлыҡ халыҡтарға
Бер Мостай Кәримдең исеме.

Ҡояш сатнаманы, ут та ҡасмай,
Ер шары әйләнә ҡыҙырып.
Йәннәттәргә күсте бөйөк Мостай,
Беҙгә китек донъя ҡалдырып.

Был шиғырымды ҡағыҙға теркәүгә ете йыл үтеп тә киткән. Әлбиттә, йылдар уҙған һайын кисереш-һыҙланыуҙарҙың төҫ-буяуҙары шиңә. Ә бына ул юғалтыуҙан башланған йөрәк әрнеше һәм ҡотолғоһоҙ һағыш айҙан айға, көндән көнгә асыҡлана, көсәйә бара. Миндә генә булһа икән был ҡотолғоһоҙлоҡ сире! Мостайһыҙлыҡты халҡыбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә күрә.
Мостафа Сафа улы Кәримовты белмәгән кеше юҡ тип иҫәпләп өйрәнгәнбеҙ. Улай тип сирттереү бөгөн килешмәй. Бөйөк замандашыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү юлында ниндәй генә хәлдәргә осраманым һуңғы йылдарҙа. Мәҫәлән, ҙур ғына бер заводтың яңы директорына Мостайҙың дискын сығарырға ярҙам итеүен һорап барғайным. Ул ҡапыл баш тартмағас, оҙаҡ көттөм яуапты. Аҙаҡ урынбаҫарына “Мостай Кәрим тигән кеше беҙҙең предприятиела нисәнсе йылдарҙа эшләгән, фирмаға ниндәй файҙа килтергән” тигән мәғлүмәт табырға ҡушҡаны асыҡланды. Йыш ҡына мәктәп балаларының, бигерәк тә бәләкәстәренең Мостайҙы белмәүенә шаһит булам. Йәш коллегаларымдың видеотаҫмаларҙан шағирҙы таба алмай йонсоғанын күргәнем бар. Бына шулай!
Оло шәхесебеҙҙең ҡиәфәтен таныуҙа, биографияһын белеүҙә, уның ижадына ҡағылыуҙа ғына түгел хикмәт. Мостай күҙе, Мостай һүҙе етмәй бөгөнгөбөҙгә. Ә иртәгәбеҙ бөгөн башланды ла инде...
Шишмә егете, яугир-шағир Мостафа Кәримовтың ижади псевдонимы ярты быуат буйы Башҡортостаныбыҙҙың визит карточкаһына, йә иһә танытмаһына тиң булды. Мостай күп милләтле икһеҙ-сикһеҙ совет дәүләтенең рухи символы ине. Нисәмә илдең йәш быуыны Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә тәрбиәләнде! Уның лирик, философик, патриотик шиғриәте барлыҡ Ер шарында танылған әҫәрҙәргә барәбәр икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Донъяның төрлө тарафтарында уның ижады милли телдәргә тәржемә итеп өйрәнелде, йөҙҙән ашыу театр Мостай драматургияһын сәхнәләштерҙе. Халыҡ шағирының әҙәби иҫтәлектәре һәм күңел хәтирәләре — беҙҙең дәүерҙең һәм ватандаштарыбыҙҙың күркәм портреты.

Оло шәхесебеҙҙең илебеҙ тарихында, халҡыбыҙ яҙмышында биләгән урыны һәм роленә иғтибар йүнәлтһәк, уға булған бурысыбыҙҙың ҡайтарып бөтмәҫлегенә инанабыҙ. Заманында төрлө милләтле халыҡ һәм ил етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм ижадсылар өсөн Мостай ағайҙың сығыштары һәм кәңәштәре йүнәлеш булды. Бәғзе берәүҙәр уны туған күрҙе, икенселәре дәүләт эшмәкәренә тиң итте, өсөнсөләре уның талантына табынды. Ҡыҫҡаһы, уға ябай кешеләр ҙә, власть түрәләре лә берҙәй ышанды. Бөйөк ватандашыбыҙ ҙа бит һәр әҙәмде һәм һәр батшаны тиң күрә, бер иш ихтирам итә белде. Шуға ла беҙ Башҡортостаныбыҙҙың иң ҡатмарлы тарихи боролоштарында Мостай Кәримдең зирәк аҡылына мөрәжәғәт итер булдыҡ, уның позицияһы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул халыҡ менән бергә шикләнә, буталсыҡ һорауҙарға яуап эҙләй торғайны. Һәр саҡ үткер һүҙ, кәрәкле интонация табып берҙән-бер дөрөҫ яуабын ишеттерә ине...
Күпме сетерекле хәл-ваҡиғаларҙа ил ағабыҙ үҙенең абруйлы һүҙе һәм аҡыллы белдереүҙәре менән беҙҙе ҡотҡарып алып ҡалды, аяныс хаталарҙан ҡурсаланы. Ниндәй яуаплылыҡ алған өҫтөнә уҙаман! Ошоларҙы онотмаһаҡ ине!
Мостафа Сафа улы Кәримов — үҙенең ғүмеренә бер быуаттың тарихи һәм сәйәси ваҡиғаларын һыйҙырған шәхес. Социалистик революция һәм аслыҡ мәхшәре, коллективлаштырыу һәм индустриалаштырыу, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы, репрессия һәм реабилитация, еңелмәҫ Советтар Союзының тыуыуы һәм үлеме, коммунизм һәм капитализм...
Яҙыусы, йәмәғәтсе Мостай Кәрим донъяны тетрәткән был тарихтарҙың шаһиты ғына түгел. Ул — һәр ваҡиғала ҡатнашып, уны иңенә күтәреп, йөрәге аша үткәреп, ижадында сағылдырған әҙип. Социалистик Хеҙмәт Геройы дәрәжәһе юҡҡа ғына бирелмәгән уға.
Мостай ағай көҙ уртаһында донъяға килә. Ә тыуған көнөнән теүәл бер ай алдан, 21 сентябрҙә, ахирәткә күсә. Ошо ара, әйтерһең дә, халҡыбыҙҙың даһи улын иҫкә алыу өсөн тәғәйенләнгән. Ысынлап та, бына һигеҙенсе йыл инде сентябрь-октябрь айҙары Мостай йондоҙлоғо аҫтында үтә.
2006 йылдан бирле республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен мәңгеләштереү буйынса Президент Указы һәм уға ярашлы Хөкүмәт ҡарары бар. Әлбиттә, атҡарылған эштәрҙең күҙгә салынып торғандары ла, күҙгә күренмәгән мөһим хеҙмәттәр ҙә байтаҡ. Театр, мәктәптәр, урамдарға уның исеме ҡушылды. Мөһабәт һәйкәл төҙөлөшө лә бара. Йорт-музейы өсөн тыуған Келәш ауылында ер бүленде, проект төҙөлдө, экспонаттар йыйыу бара. Әйткәндәй, уның директоры Раушания Байғужина ғүмер буйы данлыҡлы яҡташының хеҙмәтен пропагандаланы. Бөгөн дә үҙ маҡсатына тоғро.
Мин үҙем бәхетле мостайлылар иҫәбендә. Ҡатмарлы үҫмер сағымда Хоҙайым тормош юлыма бөйөк уҡытыусы Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримованы сығарып ҡуйҙы. Бөгөн ул минең иң ҡәҙерле кешем — ҡиәмәтлек инәйем. Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе икәнен ул саҡта башыма ла килтермәй инем. Ул беҙҙе урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Балалар әҙәбиәтен өйрәтте. Педучилищены тамамлап, уҡытыусыма рәхмәт белдерергә килгәндә генә уның өйөндә Мостайҙың китаптарының күплегенә иғтибар иттем. “Һеңлем Сәлисәгә” тигән автографты күргәс, үҙемдең бер ҡатлылығым хаҡында беренсе тапҡыр етди уйланғаным иҫтә.
...Тәүге шиғырҙарымды ла ағаһына остазым уҡып ишеттерәсәк. Утыҙ йәшемдә Мостай ағай менән Рауза апай мине үҙ итте, балаларына яҡынайтты. Сәлисә Сафа ҡыҙы менән булғанда — “икенсе һеңлем”, ә Әлфиә янында “икенсе ҡыҙым” тип таныштыра ине мине Мостай ағай. Хәҙер инде Әлфиә Мостай ҡыҙы менән Илгиз Мостай улы, уларҙың балалары мине туған итә. Шуны ла билдәләп китеү урынлы булыр: Мостай Кәримдең балалары аталары иҫән саҡта ла иркәләнеп кенә ятманы. Улы ғүмер буйы атаһының әҫәрҙәрен тәржемә итте. Ҡыҙы ижад итергә шарттар тыуҙырҙы. Мин күҙәткән тиҫтә йылдар эсендә улар Мостай графигы буйынса йәшәне тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Әле лә атаһының төп йөгөн улар һөйрәй.
Эйе, беҙҙең замандаштарыбыҙҙың байтағы Мостайҙы күреп, белеп, уның усағында йылынып үҫте. Шағир иҫән саҡта уның эргәһендә сәбәләнеп йөрөгән, аҙаҡ белмәмешкә әйләнгәндәргә ҡағылмайыҡ. Мостай ағай шикләнеп, йыраҡлап ҡына аралашҡан бәндәләрҙең уның менән оло дуҫлыҡ хаҡындағы хикәйәттәре лә әллә ни зыян килтермәй. Мостайлы булып йәшәгән күптәр бөгөн уның хәтеренә тап төшөрмәй. Тик был әҙ! Беҙҙең бурыс шәхестең исемен генә мәңгеләштереү түгел. Уның есемен оноттормау, бәлки, мөһимерәк маҡсаттыр. Мостай ижадын, Мостай аҡылын, Мостай эштәрен барлап түкмәй-сәсмәй яңы быуынға тапшырыу. Был йәһәттән “Энциклопедия” дәүләт предприятиеһының фиҙаҡәр хеҙмәте оло хөрмәт уята.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Указға ярашлы, “Мостай Кәримдең аудио-видеоархивын” булдырырға, аудио-видеояҙмаларҙан “Мостайҙың алтын мираҫы” тигән серия сығарырға һәм Мостай Кәримдең тарихта тотҡан урынын сағылдырған фильм эшләргә тейеш ине. Эш бара, тик бер ниндәй аҡса ла бүленмәне был проекттарға.
Йыл әйләнәһенә журналист булараҡ та, халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы сифатында ла йыш ҡына төрлө ойошма, хеҙмәт коллективтарында булырға тура килә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Мостайға бағышланған һәр сарала беҙҙә тупланған архив яҙмалары ҡулланыла. Ҡайҙа барма — уҡыу йортонамы, мәҙәниәт усағынамы — “тере” Мостайҙы һорайҙар. Дөрөҫ, нисек кенә тасуирлап һөйләһәң дә белмәгәндәргә уның йылмайыуының сихри көсөн, тауышының онотолмаҫ тембрын еткереп булмай шул!
Мин сирек быуат инде Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, барлап, системаға һалып киләм. 2005 йылда беҙҙең фондта Мостай Кәримгә бәйле 100-гә яҡын радио-телетапшырыу йыйылғайны. Бөгөн был исемлекте 200-гә тултырҙыҡ. Беҙ, бер нисә ижадсы, төп эшебеҙҙән тыш, түләүһеҙ көн дә шағирҙың архивын төҙөйбөҙ. Уның ҡатнашлығында яҙмалар эҙләйбеҙ, уларҙың авторҙарын, датаһын асыҡлайбыҙ. Техник сифатын тикшерәбеҙ. Видеотаҫмаларҙы ҡарап йөкмәткеһен билдәләйбеҙ, әҙиптең сығыштарын стенографиялайбыҙ. Бағыусылар эҙләп “Золотое наследие Мустая” тигән сериянан DVD дисктар сығарҙыҡ. 90 йәшенә “Ут һәм нур ҡалдырҙы” документаль фильмы ижад ителде, Указ үтәлә кеүек.
Был оҙайлы, ҡатмарлы марафоныбыҙҙы “Фильмографик белешмә” һәм “Мостай Кәримдең эфир публицистикаһы” тигән баҫмалар менән тамамлармын тигән өмөт бар. Архив хеҙмәткәре Айһылыу Рәхмәтуллина, ҡораусы режиссер Айгөл Фазылова, администратор Ләлә Ғәлимова, йәш белгестәр Әлиә һәм Илфат Мәмбәтовтар — минең төп ярҙамсыларым. Әлегә аҡса юҡлыҡҡа зарланмай, был изге эштең ятып ҡалмауына, ҡасандыр баһаланыуына ышана улар.
Тик былай ғына йыйып, һаҡлап һәм тартып булмай Мостайҙың төпһөҙ-сикһеҙ рухи байлығын. Бурысты ҡайтарыр ваҡыт етте!
Бөйөк замандашыбыҙҙың тере ҡиәфәтен күрһәтеп, тауышын тыңлатып, интонацияһын һеңдереп үҫтергәндә генә беҙҙең сабыйҙар мостайлы булып үҫәсәк. Һәр мәктәп, китапхана, музей, мәҙәниәт йортонда шағирҙың аудио-видеофонды тупланырға тейеш. Ә “Мостайҙың алтын мираҫы” дәреслектәргә ҡушылып һатылһын. Ситтән килгән һәр ҡунаҡҡа фильм бүләк итһәк, ул “беҙҙең Мостай Кәримебеҙ бар” тигәнде аңлатыр ине.
Бөйөк әҙиптең исеме тарих төпкөлөнә инеп ни тиклем алыҫланһа, уның һәр һүҙенең мәғәнәһе шул тиклем яҡыная, һәр фекеренең ҡеүәһе арта бара. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп “Мостай һүҙе” тигән проект тәҡдим итә. Бер ай буйы иртәнге “Сәләм” тапшырыуын ҡараусылар бөйөк мәғрифәтсе, ижадсы, аҡыл эйәһенең төрлө йылдарҙа яһаған сығыштарынан өҙөк ҡарап ишетер. Тарих һәм фәлсәфә даирәләренә, ил һәм халыҡтың үткәненә, ижад һәм хис даръяларына сәйәхәт көтә беҙҙе. Башҡа аудио-видеохәтирәләр менән дә уртаҡлашырбыҙ.
Тик теле-радиотапшырыуҙар ҡараған, ошо мәҡәләне уҡыған һәр зыялы ике быуаттың даһи улы Мостай Кәримдең кем икәнлеген берәр генә балаға булһа ла төшөндөрһөн ине. Шул саҡта ғына беҙ мәңге “мостайлы” булып ҡалырбыҙ!
Шәүрә ҒИЛМАНОВА,
Рәсәйҙең атҡаҙанған
сәнғәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури премиялары лауреаты.


Вернуться назад