Ҡәүемдәштәргә ярҙамды Юлтыйҙан башлайыҡ!21.09.2012
Ҡәүемдәштәргә ярҙамды Юлтыйҙан башлайыҡ!Яңы Рәсәй дәүләтселеге үҫеш алған осорҙа милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған эштәрҙең айырыуса мөһим йүнәлештәгеһе — республиканан ситтә, әммә үҙҙәренең тарихи Ватанында йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ бәйләнеш, аралашыу булдырыу. Башҡортостандың эргә-тирәһендәге биләмәләрҙә ярты миллион самаһы милләттәшебеҙ йәшәй бит. Беҙҙең Мәләүез районы Ырымбур өлкәһенең Александровка районы башҡорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Шуныһы ҡыуаныслы: улар беҙҙе һәр йыл көтә, ихлас ҡаршы ала. Мәҙәниәт, мәғариф мәсьәләләренә арнап үткәрелгән саралар шығырым тулы залдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу, ихлас аралашыу шарттарында үтә.

Мәҡәләмдә әйтер һүҙем Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районындағы Юлтый ауылына ла ҡағыла. Районда 6800-ҙән ашыу башҡорт йәшәй. Был урыҫтарҙан (13 498 кеше) ҡала икенсе күрһәткес булһа, татарҙар (1693 кеше) — өсөнсө урында.
Юлтый ауылы беҙгә заманының ифрат ҡатмарлы, ауыр һынауҙарына бирешмәй, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе дәрәжәһенә күтәрелгән күренекле яҙыусы, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙы бүләк иткән. Киләһе йылда уның тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Дауыт Юлтыйҙың бик ҡыҫҡа, фажиғәле өҙөлгән ғүмере бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр.
Башта Юлтый ауылы тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтеү урынлы булыр. Совет власы осоронда бында Пушкин исемендәге совхоздың ҙур ғына бүлексәһе булған, иген үҫтереү, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юлтый ауылында бер ниндәй ҙә ҙур хужалыҡ юҡ. Халыҡ, нигеҙҙә, үҙаллы көн күрә. Әле йөҙләп йортта 450-нән ашыу кеше йәшәй. Юлтыйҙарҙың сәмле, тырыш икәнлеге шунда уҡ күҙгә ташлана: ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, йәше лә, ҡарты ла донъя көтөргә тырыша. Ауылда туғыҙ йыллыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе, клуб, медпункт, мәсет, китапхана, бер-ике магазин бар. Дауыт Юлтый исемен йөрөткән мәктәптең ике ҡатлы кирбес бинаһы 1974 йылда төҙөлгән. Әйткәндәй, белем йортоноң тарихы Юлтыевтар менән тығыҙ бәйле — унда 25 йылдан ашыу директор вазифаһын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп орден-миҙалдар кавалеры Закирйән Баймөхәмәт улы Юлтыев уңышлы башҡарған. Әле был вазифала Гөлсинә Райманова эшләй. Бөгөнгө берҙәм, тырыш уҡытыусылар коллективы ҙур ихтирамға лайыҡ. Уларҙың бөтәһе лә төрлө ваҡытта ошо мәктәпте тамамлап, артабан юғары белем алған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ринат Ишбулатов, уҡытыусылар Зилә Ҡасҡынова, Наилә Туҡтарова, Римма Мәмбәтова, Илдар Юлтыев тиҫтәләрсә йыл эшләй. Бында башҡорт телен уҡытыуға иғтибар ҙур: аҙнаһына II–IV, VI–VII кластарҙа — икешәр, VIII–IХ кластарҙа өсәр сәғәт бирелә. Бынан тыш, барлыҡ кластар өсөн башҡорт теле түңәрәге эшләй.
Шуға күрәлер ауыл халҡы — олоһо ла, кесеһе лә — үҙ-ара башҡортса аралаша, барлыҡ саралар әсә телендә үтә. Ғөмүмән, Юлтый ауылында милли мөхит һаҡлана. Минеңсә, был — иң мөһиме.
Мәктәпкә нигеҙ һалынғандан бирле унда әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Әлбиттә, уның ҙур өлөшө Дауыт Юлтыйҙың тормош юлына, ижадына бағышланған. Бында уның шәхси әйберҙәре, кейемдәре, әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары, фотолары ҡуйылған. Күп тарбаҡлы мәғрур имән ағасын хәтерләткән Юлтыевтар нәҫеленең шәжәрәһе бар. Музейҙа шулай уҡ башҡорттарҙың боронғо кейеме, көнкүреш әйберҙәре тураһында бүлектәр, хәрби дан мөйөшө урын алған. Шуныһын телгә алып үтергә кәрәк: Юлтыйҙан Бөйөк Ватан һуғышында 118 кеше ҡатнашҡан, шуның 63-ө илебеҙ хаҡына ҡорбан булған. Юлтыевтарҙан 33 кеше яуға киткән, тик 17-һенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу яҙмаған. Ауылдың тарихы, уның эшһөйәр, ябай халҡы, арҙаҡлы шәхестәре тураһында музейҙа күп махсус альбом бәйән итә. Уларҙың һәр береһендә ошо төбәктең мауыҡтырғыс йылъяҙмаһы сағыла.
Юлтый ауылының бөгөнгө тормошо өсөн борсолорлоҡ мәсьәләләр ҙә аҙ түгел. “Ҡайҙа хәҙер проблемаһыҙ ауыл бар?” — тиеүселәр осрар. Мин бында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостан тарихының шанлы бер осоронда башҡорт халҡының мәҙәниәтен күтәреүҙә, әҙәби телен үҫтереүҙә, яҙыусылар берекмәһен ойоштороуҙа ең һыҙғанып ҡатнашҡан, “Башҡортостан” гәзитенең иң абруйлы мөхәррирҙәренең береһе булған яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың тыуған ауылы булғанға уның хаҡында һүҙ әйтергә баҙнат иттем. Иң тәүге мәсьәлә — әҙерәк булһа ла ауылды төҙөкләндереү зарурлығы. Яҙлы-көҙлө уның урамдарынан еңел машина менән үтеп булмай, сөнки балсыҡлы юл аҙ ғына ямғырҙан да иҙелеп бара. Ауылды икегә бүлгән йырғанаҡ аша күпер ҡасандыр яҙғы ташҡында емерелгән, әммә һаман төҙәтелмәй. Урам яғынан шәхси ихаталарҙың кәртәләрен яңыртыу, социаль объекттарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙе лә башҡараһы бар. Ниңә мәктәп алдына Дауыт Юлтыйҙың һәйкәлен ҡуймаҫҡа, музейҙы заманса йыһазландырып, яңыртыуҙа ярҙам итмәҫкә? Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә был йәһәттән иң беренсе беҙ ҡул һуҙырға тейеш түгелме ни? Бик уңайлы сәбәп тә, мөмкинлек тә бар — 2013 йылда Дауыт Юлтыйҙың юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Моғайын, республикабыҙҙың Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, республикабыҙҙың йәмәғәт ойошмалары исеменән Ырымбур өлкәһенең власть органдарына мөрәжәғәт итеп, берлектә саралар планы төҙөп, бәлки, айырым ҡарарҙар ҙа ҡабул итеп, изге ниәтте тормошҡа ашырырға мөмкиндер. Ҡайһы бер эштәрҙе, әйтәйек, Дауыт Юлтыйға һәйкәл эшләтеүҙе, музейҙы яңыртыуҙы Башҡортостан үҙ иңенә йөкмәй ала, ә ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән булышлыҡ итеү айырым кешеләрҙең дә ҡулынан килерлек. Бына был ысын ҙур ярҙам, рухи таяныс та булыр ине.
Минеңсә, сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән бәйләнеште артабан яңы йүнәлештәр, һөҙөмтәлерәк эш менән тулыландырырға ваҡыт. Әйҙәгеҙ, быны Юлтый ауылынан башлайыҡ! Күҙалланған саралар айырым шәхестәрҙең генә түгел, тотош милләтебеҙҙең бәҫен, дәрәжәһен күтәреү йәһәтенән отошло буласаҡ.
Сит төбәктәрҙә “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын үткәреү әле лә ныҡлы таралмаған. Ә бит ундай саралар ауылдарҙы төҙөкләндереү, айырым социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү яғынан ифрат отошло, халыҡтың рухын күтәрә, берләштерә, туплай. Бәлки, Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышланған сараны ла шәжәрә байрамы рәүешендә үткәрергә кәрәктер.
Халыҡты борсоған тағы бер нисә мәсьәләне әйтеп үтке килә. Бер йыл элек кенә Юлтый ауылында, ҡайһы өйгә инмә, “зәңгәр экран”да Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙары бара ине. “Хәҙер үҙебеҙҙе Башҡортостанда йәшәгән кеүек хис итәбеҙ”, — тип шатлана ине халыҡ, сөнки был сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн тарихи ваҡиға булды. Әммә хәҙер “Юлдаш” Юлтыйҙа күрһәтмәй. Сәбәбен аныҡ ҡына әйтмәгәндәр, элек ҡуйылған “тәрилкәләр”ҙе яңыһына алыштырырға кәрәк тигән һүҙ генә йөрөй. Шул уҡ ваҡытта Татарстан телевидениеһы тапшырыуҙарына бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ.
Сит төбәк мәктәптәрендә эшләгән педагогтар, шул иҫәптән башҡорт теле уҡытыусылары араһында “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар бар. Был турала улар шатланып, ғорурланып һөйләй. Әммә уларҙың эш хаҡына бер ниндәй ҙә өҫтәмә түләү юҡ. Ни эшләп ошо мәсьәләне беҙҙең тарафтан хәл итмәҫкә, Башҡортостан улай уҡ ярлы, мохтаж түгел дә баһа?!
Мәғариф системаһын ҡулайлаштырыу хаҡында федераль программаға ярашлы мәктәптәр Красногвардейск районында ла кәмегәндән-кәмей. Ете башҡорт ауылы бөтөнләй мәктәпһеҙ ҡалған. “Хәҙер башҡорт балалары I кластан уҡ урыҫ ауылдарында бер телдә уҡып йөрөй. Өйҙәренә ҡайтҡас, әсәйҙәренә “мама” тип өндәшәләр”, — тип әсенә райондың башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Хәҙисә Мөхәррәм ҡыҙы Ҡалмантаева. Башҡорт ауылдарында IX класты тамамлаған уҡыусыларға, теләктәре булһа, Башҡортостанда урта белем алыу мөмкинлеген бирергә кәрәктер. Республикабыҙҙа үҙ ятағы булған башҡорт гимназиялары байтаҡ.
Мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендә лә ошондай һорауҙар тыуып тора. Был уңайҙан Дауыт Юлтый исемендәге мәктәп директоры Гөлсинә Зиннәт ҡыҙы Райманованың һүҙҙәрен килтерәм: “Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан беҙгә ҡайһы бер уҡыу әсбаптары килә, бының өсөн рәхмәт. Әммә улар йыш ҡына урыҫ мәктәптәрендә ҡулланыу өсөн эшләнгән, беҙгә башҡорт балалары өсөн дәреслектәр кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнеш өҙөлөп тора...”
Ауыл мәсеттәрендәге муллаларҙың күбеһе төплө әҙерлек үтмәгән, дин әһелдәренең ярҙамына мохтаж. Башҡортостан был мәсьәләне яйға һалыуҙа ла ярҙам күрһәтә ала, минеңсә.
Әлбиттә, Туҡсоран буйы башҡорттары ауыҙ асып беҙҙе көтөп кенә ултырмай. Улар күп осраҡта беҙгә ҡарағанда ла башҡортораҡ булып йәшәргә тырыша. Әммә Башҡортостан сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе һәр саҡ ҡурсаларға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға, рухи терәк булырға тейеш.
Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Мәләүез ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма
комитеты рәйесе.


Вернуться назад