Бөгөн Пермь ҡалаһының халыҡ ижады йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүҙең 200 йыллығына арналған “Төньяҡ амурҙары” мәҙәни-мәғлүмәти акцияһы үтә. Программала “Башҡорттарҙың тарихи риүәйәттәре” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу ҡаралған. Унда Пермь крайының аҫыл улы, сәнәғәтсе Исмәғил Тасимов тураһында сыҡҡан китаптың исем туйы ла була. Күренекле шәхес хаҡында тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың сығыш яһауы көтөлә. Шулай уҡ халҡыбыҙҙа шәжәрәнең әһәмиәте, бөгөн милләтебеҙҙең төбәктәге көнитмеше тураһында һүҙ алып барыла.
Сараға килеүселәр гәйнә башҡорттарының милли аш-һыуҙары, ҡул эштәре, йыр-моңдары, ижади коллективтарҙың сығышы менән таныша ала.
Пермь крайының бер ни тиклем өлөшө башҡорттарҙың аҫаба ере иҫәпләнә. Унда бөгөн 15 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәй. Илдә төрлө реформа үткәрелеп, ерҙәребеҙ төрлөсә бүлгеләнһә лә, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән рухи бәйләнештәр өҙөлмәй.
Бынан өс йыл элек Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәте көндәре уҙғарылды. Ул сарала 400-гә яҡын кеше ҡатнашҡайны.
А. АБҘАҠОВ.