“Намыҫығыҙ ҡайҙа, ишембайҙар?”20.09.2012
Танылған публицист Ризван Хажиев беренсе башҡорт архитекторы, 1937 йылда уҡ Ишембай ҡалаһының тәүге генераль планын эшләгән Барый Кәлимуллиндың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән (9 август, № 155) бер ни эшләнмәүе хаҡында борсолоп яҙғайны.
Күтәрелгән мәсьәлә буйынса Ишембай районының хакимиәт башлығы М. Ғайсин түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
“Әле Ишембай ҡалаһында 55 гектар майҙандағы биләмәлә торлаҡ йорттар төҙөү планлаштырыла. Урамдарҙың береһенә Барый Кәлимуллиндың исеме биреләсәк”.


Вернуться назад