Яңыраҡ ғаиләм менән “Асы” шифаханаһына барҙым. Юл тарыраҡ, әммә сифаты яҡшы ғына. Тәбиғәттең матурлығы иҫ киткес. Саф һауала тын алыуы шундай рәхәт. Ял итергә теләүселәрҙе ошонда ғына саҡырыр инем. Юлда туҡтап шул хозурлыҡҡа һоҡланыр өсөн махсус майҙансыҡтар ҙа ойошторолһа, ҡайһылай шәп булыр ине.
Үҙенең төҙөклөгө йәһәтенән шифахана ла оҡшаны. Инйәр йылғаһына төшкәйнек, ундағы “матурлыҡ”ты күреп, кәйеф ҡырылды ла ҡуйҙы. Яр буйы сүп-сар менән тулған. Был Асы халҡының ҡылығы тип әйтмәҫ инем. Күп осраҡта бындай “байлыҡ”ты ҡырҙан ял итергә килеүселәр ҡалдыра, ә урындағылар таҙарта. Ләкин кемдер тәртип булдырырға тейештер бит, мәҫәлән, шифахана етәкселеге йә иһә урындағы биләмә хакимиәте? Юғиһә сүп-сарға күмеләбеҙ ҙә баһа!
М. ЙОМАҒУЖИНА.
Архангел районы.