Һеҙҙең кеүектәр күберәк булһын!20.09.2012
Баш ҡалалағы 21-се маршрут трамвайында пакетымды онотоп ҡалдырғас, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Ни эшләргә?

Барлыҡ документым, мөһим эш ҡағыҙҙары ла шунда ине. Бәхеткә күрә, кондуктор Фидан Нуриев менән водитель Василий Кузнецов салонда эйәһеҙ әйбер барлығын күреп, үҙҙәренә алып ҡуйған. Шулай итеп, улар мине мең бәләнән йолоп ҡалды.
Улар кеүек изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине арабыҙҙа.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
мәғариф ветераны.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад