Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең күпселеген кисәге махсус-урта, юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр тәшкил итә.
Шуға күрә Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы яңы законында артабан дипломлы белгестәрҙе йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡараласағын хупларға кәрәк. Уларҙа дәрт-дарман етерлек, белемдәре лә бар, тик һәләттәрен асыҡлау өсөн йәштәргә ышаныс күрһәтергә тейешбеҙ. Башта ҡайһы берәүҙәр совет осорондағы йүнәлтмә менән эшкә ебәреү алымын тәнҡитләп тә ҡараны. Ә тормош был юлдың дөрөҫлөгөн раҫланы. Минеңсә, бөгөн был кадрҙар мәсьәләһен, айырыуса ауыл ерендә, хәл итеүҙең берҙән-бер юлы булып тора.
У. ӘҒЗӘМОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.