Өс һуғышты күргән ул20.09.2012
Ҡартатайым Абдулла Бәхтеғәни улы Әҙеһәмов 1896 йылдың сентябрендә Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында донъяға килгән.

Ул заманына күрә хәлле ғаиләлә йәшәй. Ауылда мәҙрәсә, һуңынан алдынғы ҡарашлы кешеләр тырышлығы менән мәктәп асыла. Унда ҡартатайым ике генә йыл уҡып ҡала: 1914 йылда егет ҡорона ингән Абдулланы Беренсе бөтә донъя һуғышына алалар. Ғүмере булғас, ут эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Тик уға тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Граждандар һуғышы тоҡана. Йәнә яу юлдары...
Яуҙан яраланып ҡайта ул. Хафиза исемле ҡыҙға өйләнә.
Ул осорҙа колхозлашыу башлана. Ҡартатайымдар ҙа, ике атын, өс һыйырын биреп, күмәк хужалыҡҡа инә. Дәртле, әүҙем кеше була. Йәштәрҙе үҙ артынан эйәртә белгәнгә уны колхоздың беренсе рәйесе итеп ҡуялар. Күмәк көс менән мәктәп төҙөйҙәр, таштан магазин, клуб һалалар.
Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әммә ҡартатайымды һуғышҡа ебәрмәҫкә ҡарар итәләр, сөнки ауылда ирҙәр юҡ, ә ул — колхоз рәйесе, алты бала атаһы ла. “Бөтә ир-егет һуғышта саҡта мин өйҙә ята алмайым”, — тип ҡартатайым үҙе теләп яуға китә. Был инде 46 йәшлек ир-уҙамандың ғүмерендәге өсөнсө һуғышы була.
Яу юлында ҡаты яралана ҡартатайым. Уны оҙаҡ дауалайҙар, ҡулын киҫергә тәҡдим итәләр. Әммә операциянан ҡырҡа баш тарта. “Үкенерһең, ошо яраң башыңа етер”, — тип киҫәтеп табиптар уны ҡайтарып ебәрә. Ҡартатайым II группа инвалиды булып, тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Бикеш ауылына партком секретары итеп эшкә тәғәйенләнгән Тәүфиғы ил алдында торған бурысын үтәүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтмай.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйем ҡайғынан бөгөлөп төшмәй. Колхоздың бер эшенән дә ҡалмай тырышалар: игенде ураҡ менән уралар, картуф, йәшелсә баҡсаларында бил бөгәләр. Ике улы — Ғаяз менән Исмәғил үҫеп егет ҡорона етә. Уларҙы ата-әсәһе Темәс педучилищеһында уҡыта. Йәйен ағалы-ҡустылы бесән саба, кәбән ҡоя, үгеҙ, һыйыр егеп ер һөрә — колхоздың төп эшсе көсөнә әйләнәләр.
Оҙаҡ көттөргән Еңеү яҙынан һуң да ҡартатайым колхоз эшен алып бара: бригадир, звено башлығы, төҙөлөш бригадаһы бригадиры.
Бөтә ғүмерен илен һаҡлауға, уға хеҙмәт итеүгә арнаған ҡартатайым Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә. Өйҙә генә ултырмай өс һуғыш ветераны. Колхоз өмәләренә йөрөй. Рухи яҡтан да бик бай була. Халыҡ йырҙарын моңло итеп йырлауын ауылдаштары әле лә хәтерләй.
Роза ХӨСНУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Нефтекама филиалының өлкән уҡытыусыһы.


Вернуться назад