Апайым уңған20.09.2012
Минең 16 йәшлек ике туған апайым Эльмира Ғилманова бик уңған. Бәләбәй ҡалаһында йәшәй. Башҡорт гимназияһының Х класын тамамланы.

Эльмира апайым төрлө конкурста ҡатнаша. Ул химия, математика, физика фәндәренән олимпиадаларҙа һәр саҡ призлы урындар ала. Фән менән дә шөғөлләнә. Быйылғы уҡыу йылында уның ғилми эштәре республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы яуланы. Апайым бейеү түңәрәгенә йөрөй. Төркөмдәре менән төрлө байрамдарҙа сығыш яһайҙар.
Ғаиләлә беренсе бала, ҡустыһына өлгө булырҙай апай ҙа. Уға мин уңыштар, бәхет, шатлыҡ теләйем. Атай-әсәйеңде, уҡытыусыларыңды һәм бөтә туғандарыңды ҡыуандырып, шатландырып тор, Эльмира апай!
Гөлнәзирә МОРАТШИНА,
117-се мәктәп уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад