Һыу ҡәҙере20.09.2012
Һыу ҡәҙереҺыу ҡәҙере Ер йөҙөндә эсәр һыу бөткәс беленер

Шишмә өсөн был ағыуға бәрәбәр. Бынан да әшәкерәк, хаслыҡлыраҡ нәмәне уйлап сығарып булмаҫ ине. Һауығып, йән-тәненә сихәт табып ҡайтып китеүселәр шишмәне бысратыуы, уны ауырыуға һабыштырып, тәбиғәткә зарар килтереүе хаҡында уйлап та ҡарамай. Һыуҙың һәр төрлө мәғлүмәтте һеңдерә, һаҡлай алыуын ғалимдар күптән иҫбатлаған.
Тәнендәге, йәнендәге бөтә бысраҡты сайып түгеп, шишмә башында ҡалдырыу, минеңсә, вәхшилек. Быны күңел күҙе тома һуҡыр әҙәм генә эшләй ала. Кемдәр генә инеп сайынмай унда: боҙоҡ уйлыһы ла, гонаһтарынан арыныр өсөн килгән боҙом-сихыр менән булышыусылар ҙа. Был һыу һарҡып, аҙаҡ шишмә башына кире ағып төшә. Шунан шишмә нисек ауырымаһын да нисек ҡоромаһын? Кем килеп уны өшкөргәне бар? Билдәле, шишмә сирләйәсәк, һыуы йылдан-йыл кәмейәсәк. Бер нисә йылдан уның ҡороуы ихтимал. Әгәр был изге шишмә ҡоромаһын тиһәк, ҡоролманы унан тиҙ арала алырға кәрәк.
Кешеләр шишмә һыуын өйөнә алып ҡайтып та ҡойона ала. Был ғына ла түгел, шишмә буйына килеп, ҡырағайҙарса яланғас көйө йөрөүселәрҙе, изге урында эскелек табыны ҡороп кәйеф-сафа ойоштороусы аҙғындарҙы әүлиә, ишандарҙың ендәрҙе ҡыуа торған сыбыртҡылары менән шартлатып ҡыуырға кәрәк. Тәртипһеҙлеккә асыуы килгән урындағы халыҡтың быға хаҡы бар. Сәхәбәләр ҡалдырған изге шишмә сыҡҡан ер – шәрә йөрөү, араҡы эсеү, күңел асыу түгел, ә ғибәҙәт ҡылыу урыны. Киләсәктә был изге урын Аллаһҡа сәждә ҡылыу урынына әүерелһен ине.
Ахырызаманды еткереүгә кешелек донъяһы үҙе сәбәпсе. Эсәр һыу бөтһә, шул – ахырызаман. Изге шишмәләрҙе һаҡлап алып ҡалыу кешелек донъяһының үҙ ҡулында. Бер аҙҙан һуң булыуы ихтимал.
Һыу ҡәҙере хаҡындағы фекерҙәремде йомғаҡлап, “Бөтәбеҙгә – бер Ер шары” тигән повесемдан өҙөк тәҡдим итмәксемен.
“ – Мин һине Мейәстең ағып сыҡҡан еренә алып барам, – тине Рафиҡ.
– Ҡәҙерлем, бындай уй нисек башыңа килде? – Линара тәҡдимгә ихлас ҡыуанды. – Учалы районынан башланамы әле?
– Эйе.
Мейәс башын барып күреү уйы менән янған Линара сәфәргә дәртләнеп йыйынды. Видеокамера, фотоаппараттар барланды. “Калина”ға палатка, йоҡлар өсөн ҡаралты, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ тейәп алдылар. Йәйҙең матур бер көнө ине, елдерҙе улар Учалы тарафтарына!
Рафиҡтың күргәне бар: Мейәс Уралтау һыртының көнсығыш битләүе буйлап теҙелеп киткән сусаҡ тауҙар эргәһенән, ваҡ түбәсектәр менән ҡапланған Урал аръяғы тигеҙлеге йәнәшәһенән баш ала. Инеш кенә булып сылтырап сыға ла, үҙән ярып, бормаланып ағып китә.
Бөгөн һыу башы уларҙы тонйороп, бойоғоп ҡаршыланы. Баҡһаң, уның тирә-яғын кипкән япраҡ, сыбыҡ-сабыҡ, ҡый-ғыпыр баҫып киткән икән. Арыраҡ консерва һауыттары, буш шешәләр тәгәрәп ята. Бер нисә ерҙә усаҡ йәмрәйә. Бында килгән кешеләр һыу башын һис аямаған. Ә бит кескенә инешкә ер аҫтынан ағып сығыр өсөн генә лә күпме ҡаршылыҡты еңергә тура килә. Мейәс бирешмәгән, тора-бара, ана, ниндәйен ҡөҙрәтле, мул һыулы йылғаға әүерелгән. Линара сыбыҡ-сабыҡ араһынан дәртле урғылған инешкә һоҡланып ҡарап торҙо. Ниңәлер үкһеҙ бала сағы килде күҙ алдына. Берәү ҙә ҡурсаламаған, берәүгә кәрәкмәгән ҡыҙ бала ине, бирешмәне, хәҙер бәхете уны үҙе килеп тапты. Әрһеҙ инеште ҡатын үҙенең бала сағына оҡшатты, инеш яҙмышы менән үҙ яҙмышы араһында уртаҡлыҡ күргәндәй булды. Уның һымаҡ ул да үҙ көнөн үҙе күрә, үҙенә үҙе юл яра бит. Күңеле нескәрҙе. Инешкә ярҙам итергә, тиҙерәк хәлен еңеләйтергә ашыҡты. Ул ең һыҙғанып эшкә кереште. Башта бөтә ҡый-ғыпырҙы йыйып яҡты, шунан инештең сыҡҡан ерен ләмдән, ваҡ сүп-сарҙан таҙартты.
Шишмә сылтырап китте, – әйтерһең, рәхмәт әйтте. Ул һыу урғылған ергә сүгәләне лә, сабыйын ҡосорға иткән әсәләй эйелеп, саф һыуҙы ипләп кенә усына алды, шунан ирендәренә тейгеҙҙе, әйтерһең, үбергә теләне. Бына һин ниндәй икәнһең, Мейәскәйем. Бына ни өсөн мин һиңә ашҡынғанмын, һин ярҙамға мохтаж булғанһың икән, Уралтау һылыуы?! Линара сүгәләгән еренән тороп тирә-яғына күҙ һалды. Их, ниндәй матур Учалы яҡтары! Туғайҙары аллы-гөллө сәскәләргә тулған. Ана, ап-аҡ һомғол ҡайын ҡул болғай, әйтерһең, уның үҫкән ерен хөрмәтләп килеүселәрҙе эргәһенә саҡыра. Күккә олғашҡан мөһабәт ҡарағайҙары нисегерәк ғорур тора! Ирәмәлде мөғжизәле, тиҙәр. Шул тауҙарға үрләргә ине. Йәнә Урал, Уй кеүек ҙур йылғалар баш алған ерҙәрҙе лә барып күрергә хыялдары.
Линара инеш менән мәж килгән, хыялдарға бирелеп йөрөгән арала, Рафиҡ шундағы бер тигеҙлеккә палатка ҡорҙо. Ҡаҙан аҫып, аш-һыу әҙерләй башланы. Туй сәйәхәтенең тәүге таңын улар Уралтау һыртының Мейәс сыҡҡан ерендә ҡаршыланы.
Иртән торғас, ир менән ҡатын бынан утыҙ-ҡырҡ саҡрымда ятҡан хикмәтле Әүеш тауына юл алды. Хәтфә йәшел бер туғайға машинаһын ҡуйып, тиҙерәк изге шишмә сығып ятҡан яҡҡа йүнәлделәр. Юлда барғанда Рафиҡ Линараға был яҡтарҙа меңдәрсә йыл телдән телгә күсеп килгән Әүлиә тураһында әкиәткә тартым бер легенданы һөйләне.
...Борон замандарҙа был төбәктә ислам динен таратыр өсөн ғәрәп иленән Рамаҙан Әлъоши исемле дин әһеле ебәрелә. Ул донъя көтмәй, мал аҫрамай, бар шөғөлө дингә өндәү була. Әжәле еткәс, бер түбәләскә менә лә шунда йән бирә. Уны шул урынға ерләйҙәр. Аҙаҡ тауҙың итәгенән изге шишмә урғыла. Һыу яҙын бер айҙай ғына сығып ята ла юғала икән. Әүлиә шишмәһенән һыу алып ҡалырға ашығып тирә-яҡтан халыҡ ағыла. Шишмә һыуы зәм-зәм һыуына бәрәбәр икән.
– Хәҙер июль айы… Шишмә күптән ҡороно инде. Уның һыуы майҙың уртаһынан июндең уртаһына тиклем генә була.
– Шулай ҙа барайыҡ әле, бәхетебеҙҙе һынап ҡарайыҡ. – Ниңәлер Линараның күңеленә Әүештау әүлиәһе мөғжизәһен күрһәтер, уның ҡөҙрәте менән шишмә уларға һыуын бүләк итер төҫлө тойолдо. Бына хикмәт, ысынлап та, улар килгәндә улаҡтан сөбөрләп кенә терегөмөштәй ялтыр һыу аға ине. Рафиҡ был хәлгә ныҡ аптыраны. Ғилми хеҙмәттәрен яҙғанда был тирәнең һәр һуҡмағын ентекле өйрәнгән, шишмәләренең йөрәк тибешен ишетеп, тауҙарының тын алышын һиҙгән кеше булараҡ, йылдың-йылы Әүеш шишмәһе июнь уртаһынан ҡалмай ҡороуын асыҡ белә. Бөгөн – июль аҙағы, ә изге шишмә ағып ята.
– Күрсе, шишмә шәберәк аға башланы!
– Эйе, ана, улағы тулды.
– Был хикмәт Аллаһы Тәғәләнәндер. – Дин, Алла тураһында быға тиклем уйланмаған Линараның тәне сымырҙап китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән күҙҙәрен күккә төбәне лә бышылдап өндәште:
– Эй, Раббым, Аллам, Рафиҡ менән беҙгә бәхетле ғүмер бир! Ғаиләле булып, балалар үҫтереп, тиң, тигеҙ ғүмер кисерергә насип ит!
Улар, изге шишмәнән һыу алып, инеш башынан арыраҡ китте лә бит-күҙен йыуҙы. Йәнә килеп, шифалы һыуҙы һауыттарына тултырып алдылар. Шунан һуң шишмәгә рәхмәттәр әйтеп, Әүлиә ерләнгән тау башына үрләнеләр. Эргәлә генә түңәрәкләнеп ятҡан күлгә иғтибар итеп ҡуйҙылар. Диаметры бер нисә саҡрым тирәһеләй күл өҫтөнән бер дәрүиш кейемендәге кеше атлап китеп бара. Нисек батмай ул?! Юлсы барҙы-барҙы ла күҙҙән юғалды. Гәрсә һыуға һеңде. Башта был хәлгә икеһе лә аптырап ҡалды.
– Ниндәй хикмәт был?
– Беҙгә әүлиә рухы күренде. Ул шулай күл өҫтөнән йөрөй ала, оҡшаған кешеләренә күренеп китә тигәнде ишеткәнем бар ине.
— Ысын икән. Ул беҙгә бик ризалыр, ахырыһы, – тине Рафиҡ. – Бында тау, урман эйәләренең рухы ла ҡайһы саҡта кешеләрҙең күҙенә күренеп йөрөй, ти торғайны Зөбәйлә апай.
– Һин, ғалим кеше, шундай хөрәфәттәргә ышанаһыңмы?
– Донъяла беҙ аңлап бөтмәгән серле күренештәр бихисап. Урал аръяғы тигеҙлеге был йәһәттән айырыуса хикмәтле.
Улар икенсе төндә Әүештау итәгендә, ошо хикмәтле урында, ҡунырға булды. Палатка ҡороп инеп урынлашҡас, йоҡлап китә алмайынса оҙаҡ һөйләшеп яттылар, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Йоҡлап киткәс, икеһе лә төшөндә Әүештау хужаһын күрҙе. Ап-аҡ кейемле ҡарт уларҙы тау башына алып менде лә әйтә, имеш:
“Ғәҙеллек һеҙҙең яҡта, ҡыйыу булығыҙ! Ер шарын һаҡлау – һеҙҙең юғарынан тәғәйенләнеш. Бынан ары изге эшкә икәүләп тотонорһоғоҙ. Һеҙҙе һәр саҡ Ер-әсә рухы һаҡлар. Алда һеҙҙе ҙур эштәр көтә!”
Һәр кемде тулҡынландырған һыу ҡәҙере тураһында был һөйләшеү гәзит биттәрендә дауам итер, тип уйлайым. Аллаһы Тәғәләбеҙ яралтҡан ер-һыуҙарыбыҙҙы Уның ризалығы өсөн ҡәҙерләп һаҡлайыҡ. Халҡыбыҙҙың һыуға бәйле йола, ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙәйек. Һыу ҡәҙере ерҙә эсәр һыуҙар бөткәс беленер, тигән хәҡиҡәтте онотмайыҡ”.
(Аҙағы. Башы 182, 183-сө һандарҙа).
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.


Вернуться назад