Ҡағиҙәне үтәү — уңыштың нигеҙе08.12.2011
Ҡағиҙәне үтәү — уңыштың нигеҙеБыйыл ҡыш көтмәгәндә башланды. Былай ҙа йонсоу күк йөҙө тағы ла ҡараңғылана төштө. Көслө ел сыҡты, ап-аҡ ҡарҙы туҙҙырып, әллә ниндәй тауыштар сығарып, күҙ асҡыһыҙ буран башланды.
Әйтерһең дә, өҫтән фарман килде: водителдәр машиналарының тиҙлеген кәметте, фарҙарын тоҡандырҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһына тиклем 70 саҡрым самаһы бар ине әле. “Батып ултырмаһаҡ ярар ине”, — тип уйланым. Бәхеткә күрә, ҡар таҙартыу машиналары, грейдерҙар күренде. Улар Р-240 “Өфө — Ырымбур” федераль юлын таҙартырға тотондо.
— Ни арала һауа шарттарының үҙгәреүен белеп, иҫкәртеү сараларына тотондоғоҙ? — тип һорайым иртәгәһенә “Һамар — Өфө — Силәбе” автомобиль магистрале” идаралығы начальнигы урынбаҫары Радмир Ваһаповтан.
— Идаралыҡтың диспетчерҙар бүлмәһендә “Дортранснавигация” ҡулайламаһы эшләй башланы, — ти Радмир Зауил улы. — Ул подряд ойошмаларындағы ГЛОНАСС/GPS датчиктары ҡуйылған машиналарҙың һәм механизмдарҙың эшмәкәрлеген көйләй. Йылдам күҙәтеү өсөн ошо техникаға видеокамералар ҡуйыу буйынса эш башҡарыла. Ул саҡта юлдағы хәл реаль ваҡыт юҫығында күҙәтеләсәк. Әле һауа шарттарын күҙәтеү системаһын ойошторабыҙ. Ул биш постан тора. Әйткәндәй, бында ла видеокүҙәтеү буласаҡ. Киләсәктә постар һанын арттырырға ниәтләйбеҙ.
Идаралыҡтың диспетчерҙар бүлмәһенә инәм. Дүрт диспетчерҙың береһе Валентина Борзова мәғлүмәттәр ҡабул итә, етәкселеккә улар буйынса отчет төҙөй, бер үк ваҡытта мониторҙы ла күҙәтә.
— Эш ауыр түгелме?
— Хәҙер өйрәндек инде, — тип йылмая Валентина Борисовна. — Башта ҡыйын ине. Техника, ҡатмарлы булһа ла, бик кәрәкле.
Ҡыш юлдарҙы ҡарау, фажиғәләрҙе иҫкәртеү буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә — заманса технологиялар ярҙамында һауа шарттары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм эшкәртеү, автомагистралдәрҙең торошона, сифатына, эш сроктарына, күләменә контроль һәм анализ һөҙөмтәләре.
Һауа шарттары тураһындағы мәғлүмәттәр, трассаларҙы ҡыш көндәрендә ҡарау буйынса эште ойоштороу, подряд ойошмаларына мәғлүмәттәрҙе, күрһәтмәләрҙе, бойороҡтарҙы ебәреү һөҙөмтәһендә йылдам һәм объектив контроль, мәғлүмәттәрҙең тулылығы һәм дөрөҫлөгө тәьмин ителә. Һауа торошон аныҡ күҙаллау, ҡулланыусыларға шарттар тураһында хәбәр итеү ваҡытында тормошҡа ашырыла.
— Был система юлдарҙағы хәүефте алдан иҫкәртеү мөмкинлеге бирәме?
— Төп иғтибар иҫкәртеү эшенә йүнәлтелә. Мәғлүмәттәр булһа, эш ғәмәлдәреңде алдан күҙаллайһың. Техника магистралдең иң хәүефле участкаларын күҙәтеү һәм контролдә тотоу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ысын ваҡыт режимында ла, әленән-әле монитор аша ла күҙәтергә була. Бынан тыш, видеомәғлүмәттәр архивҡа һалына.
Ҡағиҙәне үтәү — уңыштың нигеҙе— Күптән түгел генә Туймазы районындағы дуҫтарым әүәлерәк соҡор-саҡырлы, тайғаҡ булған насар юл участкаһында уҙған миҙгелдә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡҡа осрамауҙары хаҡында һөйләне. Был осраҡлы хәлме, әллә Хоҙай Тәғәләнең ярҙамымы?
— Ниндәйҙер дәрәжәлә был факторҙар ҙа йоғонто яһағандыр. Әммә Аллаға ышан, үҙең ҡымшан, тиҙәр бит. Беҙ ҙә сара күрҙек. М-5 “Урал” юлының ошо район биләмәһендәге участкаһын төҙөкләндергәндә асфальт-бетон ҡатнашмаһына боҙлауыҡҡа ҡаршы “Грикол” өҫтәмәһе ҡушылды. Һөҙөмтәлә юлдағы хәл ярайһы уҡ яҡшырҙы.
— Ошо яңылыҡ тураһында ентеклерәк һөйләгеҙ әле.
— “Грикол” ҡушылған асфальт-бетон ҡатнашмаһы — боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттан торған япма. Яуым-төшөм булһа, унан туңмай торған иретмә барлыҡҡа килә. Водителдәр был яңылыҡҡа тейешле баһа биргәндер, тип уйлайым, сөнки юлда туңмаусан иретмә боҙлауыҡ шарттарында ла юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Машинаның тәгәрмәсе таймай, тормоз юлы ла ҡыҫҡара.
— Магистралдең ошондай материалдар ҡулланылмаған башҡа участкаларында ҡышҡа әҙерлек йылдар буйы яйға һалынған ғәҙәти режимда барамы?
— Әйтергә кәрәк, “йылдар буйы яйға һалынған ғәҙәти режим”ға яңы алымдар өҫтәлде. Мәҫәлән, күперҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында һауа температураһы түбәнәйеү менән боҙлауыҡҡа ҡаршы “Биодор — Күпер” материалы ҡулланыла. Элегерәк унда тоҙ түгелһә, былтыр ошондай 54 тонна материал һибелде. Әйткәндәй, “Биодор” барлыҡ рөхсәт документтарына — санитария-эпидемиологик һығымтаға, хәүефһеҙлек паспортына, “РОСТЕСТ” системаһына ярашлылыҡ сертификатына — эйә. Ул файҙаланылған участкаларҙа юлсыларҙың эш һөҙөмтәлелеге бер нисә тапҡырға артты.
Бынан тыш, федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө — Ырымбур” юлдарын, Өфөнө көнбайыштан урап үтеү юлын, шулай уҡ ҡоролмаларҙы ҡышҡа әҙерләү буйынса төп саралар исемлеген һәм “План-бурыстар” әҙерләнек. Улар подряд ойошмаларына ебәрелде. Ошо документтар нигеҙендә тейешле бойороҡтар сығарылды.
Идаралыҡ Ырымбур, Башҡортостан һәм Татарстан дәүләт автоинспекциялары менән автомобиль хәрәкәтен көйләүҙе тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүҙәр төҙөнө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ошо өс субъекттағы баш идаралыҡтары менән дә автомобиль юлдарында тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса договор тормошҡа ашырыла.
Идаралыҡ подряд ойошмалары менән берлектә юлдарҙағы иң хәүефле участкаларҙы билдәләне һәм уларҙа именлек тәьмин итеү буйынса саралар исемлеге төҙөнө. Бындай ерҙәрҙе урап үтеү маршруттары, һауа торошо боҙолғанда автомобилдәрҙе ваҡытлыса ҡуйыу урындары булдырылды.
— Был — ойоштороу йәһәтенән башҡарылған эштәр. Тағы ла ниндәй саралар күрелә?
— 1 ноябргә идаралыҡ буйынса ҡом һәм тоҙҙоң талап ителгән күләме тулыһынса әҙерләнде. Боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар әҙерләүгә регламенттар эшләнде. 16 ҡом базаһында 103,4 мең тонна ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһы етештерелде. Материалдарҙың барыһы ла лабораторияла һынау үтә, уларҙың сифат тураһындағы документтары бар. Подряд ойошмаларында юл техникаһын, шулай уҡ дежур кешеләр, эшселәр өсөн бүлмәләрҙе, ял бүлмәләрен ҡышҡа әҙерләү эштәре тамамланды.
Ҡыш юлдағы ҙур булмаған соҡор һәм ектәрҙе бөтөрөү өсөн 500 тонна һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы алыу буйынса килешеү төҙөлдө.
— Федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ҡарауға 18 берәмек техника, шул иҫәптән лизингка 15 һәм шәхси аҡсаға өс техника һатып алынды. Декабрь — ғинуарҙа тағы ла 12 берәмек техника алыу күҙаллана.
— Әҙерлек һөҙөмтәләре ниндәй?
— Бөгөнгө күрһәткестәр оптимизм өҫтәй. Федераль әһәмиәттәге трассаларҙың бер өлөшөндә әллә ни ҡыйынлыҡтар юҡ. Ноябрь уртаһында уҡ ҡар яуһа ла, улар насар хәлдә, тип әйтеп булмай. Юл өҙөклөгө булғаны юҡ.
— Шулай ҙа йөк машиналарының юлдан ситкә “осоу” осраҡтары булып тора бит…
— Руль артында төрлө кешеләр ултыра. Уларҙың әҙерлек дәрәжәһе лә төрлөсә. Йәйге ямғырһыҙ көндә лә ҡайһы берәүҙәр аварияға осрай. Шуға күрә насар һауа шарттарында ла машина йөрөтөү алымын, параметрҙарын билдәләүсе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре бар.
Илдар ӘХМӘҘИЕВ.


Вернуться назад