“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында Башҡортостанда “Рәсәй — әүҙем оҙон ғүмер” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте. Уны партия яҡлыларҙың Үҙәк советы ойошторҙо.
— Республикала тотороҡло демографик үҫеш һәм халыҡтың ғүмер оҙайлығының артыуы күҙәтелә. Шулай ҙа был мәсьәләләргә даими иғтибар кәрәк. Яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында сәләмәт тормош клубтары һәм кабинеттары асырға ниәтләйбеҙ. Кешеләр ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса мәғлүмәт, сәләмәтлек һәм оҙаҡ йәшәү тураһындағы һорауҙарға яуап аласаҡ, — тине йыйылышта республиканың Медицина лигаһы президенты урынбаҫары Эльза Фазлыева.
“Рәсәй — әүҙем оҙон ғүмер” проекты, башҡаларҙан айырмалы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә генә ҡағылмаясаҡ. Уға мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, физик культура, спорт, хеҙмәт һәм туризм мәсьәләләре лә индереләсәк.
— Башҡортостанда ошо проектты тормошҡа ашырыу Рәсәйҙең башҡа төбәктәре халҡына ла йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Сөнки иң һөҙөмтәле төбәк проекттарын федераль кимәлгә күтәреү мөмкинлеге тыуасаҡ. Мәҫәлән, ундайҙарға “Өлкәндәр университеты” инә, — тине “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” хәйриә фондының башҡарма директоры Рима Шәйҙуллина.
Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгендә урындағы советтар ойошторолған. Ҡалғандарында, шул иҫәптән Башҡортостанда төбәк бүлексәләре асыла. Йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре халыҡ программаһына 1300-ҙән ашыу тәҡдим индерҙе. Ойошманың йәмәғәт контроле инвалид балаларға ҡарата ҡануниәттең үтәлмәү осраҡтарын асыҡланы. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса 117 балаға хоҡуҡи ярҙам күрһәтелде. “Рәсәй — әүҙем оҙон ғүмер” проектына ярашлы бөтә ил буйынса үткәрелгән сараларҙа 600 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Яҡын арала йәмәғәт хәрәкәтенең тәүге Бөтә Рәсәй конференцияһын уҙғарыу күҙаллана. Уның Башҡортостанда үткәрелеүе лә мөмкин.
Ғ. ХӘБИРОВ.