Сағыштырып ҡарайыҡ...19.09.2012
Чехияла бығаса булмаған хәл барлыҡ йәмәғәтселекте борсоуға һалған: составында метил спирты булған суррогат алкоголь менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк булған, дүрт тиҫтәгә яҡыны ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Уларҙың күбеһе ағыуланыу һөҙөмтәһендә һуҡырайып ҡалған.

Полиция алкоголь һатылған сауҙа нөктәләренә 10 меңдән ашыу рейд яһаған, 30 меңдән ашыу магазин, кафе, ресторан тикшерелгән, 23 кеше ҡулға алынған. Илдә 20 градустан артҡан алкоголле эсемлек һатыу тулыһынса тыйылған. Килеп тыуған хәлгә бәйле, ил хөкүмәтендә кризисҡа ҡаршы махсус штаб ойошторолған. Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләгән ойошмалар ҙа тиҫтәләрсә мең доллар матди юғалтыу кисерә – алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу иҡтисадта кире сағылыш таба.
Рәсәйҙә иһә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын сифатһыҙ алкоголле эсемлек ҡулланыуҙан 100 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Бәғзе бер белгестәр фекеренсә, ысынбарлыҡта был һан бер нисә тапҡырға артыҡ. Әммә әлегә беҙҙә дәүләт кимәлендә саң ҡағыусылар ишетелмәй...


Вернуться назад