Күлде сүплеккә әүерелдергәндәр...19.09.2012
Учалы районының иҫ киткес күркәм төбәк икәнлеге күптәргә мәғлүм. Әммә ул билдәле булған һайын бәләһе лә арта: тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп, бер ниндәй яуаплылыҡ тойғоһо кисермәйенсә ял итергә, кәйеф-сафа ҡорорға яратыусылар күп. Улар Учалы тарафына республиканың төрлө мөйөштәренән генә түгел, күрше Силәбе өлкәһенән дә килә.

Халыҡ, ҡасандыр Ирәмәл өсөн борсолоп саң ҡаҡҡан кеүек, Ҡарағайлы күленең яҙмышы өсөн дә борсола. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән күлдә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, тыныс, матур урында ял итеү бик уңайлы. Әммә ул бер нисек тә ойошторолмаған, шуға күрә, яр буйы ҙур сүплеккә әүерелгән, һыу ятҡылығы ярҙамға мохтаж. Учалы район-ара прокуратураһы был хәл өсөн яуаплыларҙы билдәләгән: биләмә Учалы урмансылығына ҡарай. Прокуратура ойошмаға ҡарата рәсми дәғүә белдергән – хәҙер һөҙөмтәләрҙе көтөргә ҡала. Үҙ сиратыбыҙҙа Учалыға шылтыратып, "Ни өсөн?" һорауына яуап эҙләнек.

Азамат ИСМӘҒИЛЕВ, "Учалы урмансылығы" дәүләт учреждениеһы директоры:

– Учалы урмансылығына ҡарата район-ара прокуратура дәғүә белдергән, әммә рәсми документ әлегә беҙҙең ойошмаға килеп етмәне. Урмансылар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай: тиҙҙән рейд ойошторасаҡбыҙ. Йәй буйына Ҡарағайлы ярында теге йәки был тарафтан килгән ҡырағай туристарҙың "ял" итеүе күптән билдәле. Ысынлап та, тәртип юҡ, һыу буйын ҡот осҡос хәлдә ҡалдыралар. Әммә бәләне урмансыларға ғына япһарыу ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Беренсенән, штат буйынса ул төбәктә ике генә мастер эшләй, уларҙың башҡа мәшәҡәттәре лә бихисап. Икенсенән, был проблемаға экологтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, урындағы халыҡ та иғтибар итһен ине. Сөнки тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау – уртаҡ мәсьәлә.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад