“Һаулыҡ” проектына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында йөрәгендә физик кәмселек булған балаларҙы дауалауға сираттағы сертификаттар тапшырылды.
Был юлы Тәтешле, Бүздәк һәм Көйөргәҙе райондарында йәшәүсе балалар сертификат алды. Тиҙҙән улар Мәскәүҙәге А.Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәгендә бушлай дауаланасаҡ.
— Хәйриә ярҙамы йөрәк сирҙәренән генә түгел, башҡа ауырыуҙарҙан яфаланған балаларға ла күрһәтелә. Мәскәүҙең заманса медицина үҙәктәрендә юғары квалификациялы ярҙамға эйә булғандан һуң, улар тулыһынса аяҡҡа баҫҡанға тиклем күҙәтеү үтә. Акция бик мөһим, шуға күрә уны дауам итәсәкбеҙ, — тине “Һаулыҡ” партия проекты етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.
Сертификат тапшырыу тантанаһында шулай уҡ партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов һәм “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” республика хәйриә фондының башҡарма директоры Рима Шәйҙуллина ҡатнашты.
Лео Бокерия етәкселегендәге “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” үткәргән “Бала йөрәгенә ҡағыл” хәйриә акцияһы Башҡортостанда 2009 йылда башланғайны. Йөрәгендә кәмселектәр булған 60-ҡа яҡын балаға һигеҙ миллион һумдан ашыу күләмендә сифатлы ярҙам күрһәтелде. Ата-әсәләрҙең фекеренсә, ошо акция үткәрелмәһә, федераль медицина үҙәктәрендә баланы дауалау мөмкинлеге лә булмаҫ ине. Уларҙа бер курс дауаланыуҙың уртаса хаҡы 200–350 мең һум тәшкил итә. Хәйриә сертификаттары был сығымды тулыһынса ҡаплай.
Ғ. ХӘБИРОВ.