Ҡалаларға ҡот ҡуна08.12.2011
Ҡалаларға ҡот ҡунаБәләкәй һәм урта ҙурлыҡтағы ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә адреслы ярҙам күрһәтеү программаһына ярашлы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында йорт ихаталары төҙөкләндерелде.
Сибайҙа квартал эсе һәм йорт алды биләмәләренә асфальт түшәлде. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 13 миллион 860 мең һум аҡса ҡаланың ете үҙәк юлы эргәһендәге ихаталарҙы асфальтлауға тотонола. Бигерәк тә Ленин, Маяковский, Островский, Киров, Коммунистик урамдары һәм Таусылар проспектындағы нисәмә йыл элек һалынған асфальт, соҡор-саҡырға әйләнеп, ямғыр ваҡытында йәйәүлеләр өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра ине. Оло йәштәгеләрҙең һәм бәләкәй балалы әсәләрҙең ҡыуанысы сикһеҙ: ниһайәт, юлдар яҡшырҙы, ти улар.
“Сибайдорстрой” предприятиеһы директоры Булат Баязитов әйтеүенсә, ул етәкләгән йәмғиәт эшселәре юлдарға һәм һуҡмаҡтарға асфальт түшәгән, бордюрҙар алмаштырылған, туҡталҡа майҙандары киңәйтелгән, кер элеү ҡоролмалары урынлаштырылған, сүп-сар һауыттары булдырылған. Ҡаланың “Һаҡмар” сауҙа үҙәге артында урынлашҡан ихата ла төҙөкләндерелгән. Был бурысты уңышлы атҡарып сығыу өсөн бордюрҙар Силәбе өлкәһенән ҡайтарылған, асфальт ҡаланың мини-заводынан килтерелгән. Ҡырсынташты эзбиз карьерынан алып килгәндәр, кәрәкле ҡорамалдар һәм техниканың етерлек булыуы эштәрҙе йылдам атҡарыуға булышлыҡ итә. Эшселәр ҙә яуаплылыҡ тойоп, бурысты тиҙ арала теүәлләп ҡуйҙы, ти “Сибайдорстрой” йәмғиәте директоры урынбаҫары Александр Елизарьев.
Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереүгә иһә 3 миллион 630 мең һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға Салауат Юлаев, Юбилей һәм Тыныслыҡ урамдарына ҡараған 12 йорт алдындағы юлдарға асфальт түшәлгән. Шулай уҡ күптән түгел райондың йәш табиптары өсөн тапшырылған йортҡа илткән юлдар ҙа тәртипкә килтерелгән.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад