Йылмайып-көлөп кенә19.09.2012
“Күберәк яҙ!”

Ныҡ ҡына “төшөрөп” алған Зәйнетдин ағайҙың “тимер ат”ын ГАИ инспекторы туҡтата. “Әһә, эләктеңме?” тигәндәй, эре генә ҡиәфәт менән йәһәт кенә акт төҙөй башлай.
— Йөҙ грамм эскәнһегеҙ тип яҙам инде, былай булғас. Өлкән кешегә төҫ тә түгел инде рулгә ҡыҙмаса булып ултырыу, — тип һөйләнә инспектор.
— Һин нимә, йөҙ грамм менән ауыҙ бысратырға әллә мине тауыҡ тип беләңме? — тип ғәрлегенән ярһып ҡысҡыра Зәйнетдин ағай. — Төшөп ҡалғандарҙан түгелмен, күберәк яҙ!

Сараһын тапты

Төнгө Өфө урамынан ике дуҫ ҡайҙандыр ҡайтып килә. Ҡапыл ҡаршыларында ике бәндә пәйҙә була.
— Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! Аҡсағыҙҙы сығарығыҙ! — тип бойора юлбаҫарҙар.
Әшнәләрҙең береһе кеҫәһенән аҡсаһын сығара ла дуҫына һуҙа:
— Ҡара әле, онотоп ебәргәнмен, һиңә өс мең һум бирәсәгем бар ине бит әле, ала һал тиҙерәк...

Ҡатындар ҙа сәғәт кеүек...

Сәғәт төҙәтеүсе эс бошоуҙан үҙ алдына һөйләнә икән:
— Уҫал ҡатындар уятҡыс кеүек. Иртән иртүк ай-вайыңа ҡарамай сәрелдәй башлай. Елбәҙәк, еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙ — кеҫә сәғәте, нисек теләйһең, шулай бороп ебәрәһең. Йәш ҡыҙҙар — боҙолоп йәнгә тейгән иҫке сәғәт, сөнки улар йә самаһыҙ ашыға, йә артта ҡала. Аҡыллы ҡатындар — ҡыңғыраулы затлы сәғәт. Ваҡыты еткәс кенә сыңлай.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Вернуться назад