Һәйбәт юлдың оҙоно яҡшы, яман юлдың — ҡыҫҡаһы19.09.2012
Һәйбәт юлдың оҙоно яҡшы, яман юлдың — ҡыҫҡаһыЮлдар, юлдар... Уларҙың башы ла, аҙағы ла юҡ. Ауылды – ауыл, ҡаланы – ҡала, илде ил менән тоташтырған селтәр барлыҡ Ер шарын сорнаған... Ҡыҫҡаһы, заманыбыҙҙы сифатлы, уңайлы юлдарҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостанға килгәндә, автомобиль трассаһынан бер нисә сәғәттә республиканың теге йәки был төбәгенә барып етеү бер ни ҙә тормай. Мәгәр, сифат мәсьәләһенә килеп төртөлмәгәндә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл проблемаһы һаман да Рәсәйгә хас төп бәләләрҙең береһе булып ҡала. Йыл һайын тармаҡты үҫтереү өсөн миллиардлаған һум аҡса бүленә, әммә асфальттағы соҡор-саҡыр, ярыҡтар йәки бөтөнләй юлһыҙлыҡ кәмемәй. Тармаҡтың үҙенсәлектәре һәм ошоға бәйле гәзит уҡыусыларҙы борсоған башҡа мәсьәләләр тураһында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Ильяс МӨНИРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендәге юлдарға иғтибар көсәйҙе. Башҡортостан илебеҙҙең башҡа төбәктәре араһында сағыштырмаса яҡшы юлдары менән дан тотһа ла, республикала 350-нән ашыу ауылдың ҙур трассаларҙан алыҫ ятыуы, улар араһында яҡшы юлдарҙың булмауы билдәле. Был мәсьәлә нисек хәл ителә?
– Ысынлап та, дөйөм алғанда урындағы автомобиль юлдары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, тип әйтергә мөмкин. Уларҙа транспорт хәрәкәте әллә ни көсөргәнешле түгел, шулай ҙа ҡайһы бер участкалар заман талаптарына яуап бирмәй.
Башҡортостанда урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо — 11 мең километрҙан ашыу. 2008 йылда, "Урындағы үҙидараның дөйөм принциптары тураһында" Федераль законға ярашлы, был юлдар муниципаль милеккә күсерелде. Әлбиттә, республика был ябай булмаған проблеманы муниципаль район хакимиәттәренә генә япһарып ҡуйманы: йыл һайын юл объекттарына республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Бәләнең башы – финанслауҙың етерлек кимәлдә булмауында, шулай уҡ, район хакимиәттәренең планлаштырылған эштең проект-смета документтарын ваҡытында өлгөртә алмауында.
Ауыл халҡының проблемаларын хәл итеүҙә Федераль үҙәк тә ҡатнаша. "Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү (2010 – 2015 йылдар)" федераль маҡсатлы программаһы буйынса Рәсәйҙең субъекттарына дөйөм ҡулланылыштағы ҡаты япмалы автомобиль юлдары менән йыл әйләнәһенә бәйләнеше булған ауылдарҙың һанын үҫтереү йәһәтенән финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Башҡортостан был программала ҡатнашып, 2015 йылға тиклем күпселек биләмәне юллы итергә ниәтләй.
Былтыр ауылдарға юл һалыу йәһәтенән Башҡортостанда 132,6 миллион һум аҡса тотонолған, шул иҫәптән федераль ҡаҙна иҫәбенә 97,7 миллион һум тура килә. Һөҙөмтәлә 9,7 километр юл сафҡа индерелгән. Тимәк, Әбйәлил, Мишкә, Бүздәк, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Саҡмағош райондарындағы 8 ауыл халҡы йыл әйләнәһенә бер ҡаршылыҡһыҙ район үҙәгенә килеп ҡайта, проблемаларын хәл итә аласаҡ. Быйыл тағы ла ун ауыл дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы селтәренә тоташасаҡ.
– Юл тураһында һүҙ йөрөткәндә, сифат мәсьәләһен дә урап үтеп булмай. Теге йәки был проблема тыуғанда, ҡаршылыҡтарҙың проект кимәлендә үк хәл ителмәүенән килеп сыға тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Проект документтарын эшләү бурысы "Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын үҫтереү (2010 – 2015 йылдар)" республика маҡсатлы программаһына ярашлы (Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2009 йылдың 31 декабрендә раҫланған), ошо эште башҡарырға рөхсәте булған проект ойошмаларына йөкмәтелә. Шулай уҡ проект документтары әҙерләүҙең нигеҙе булып дәүләт килешеүе тора, ул ошо йәһәттән үткәрелгән бәйгелә еңеүсе ойошма менән төҙөлә. Проект документтары федераль закондарға, ГОСТ, МДС кеүек барлыҡ талаптарға яуап бирергә тейеш.
Проект документындағы ҡарарҙар дәүләт заказсыһы менән төрлө вариантты һәм хаҡты сағыштырыу нигеҙендә ҡабул ителә. Улар "Проект документтары һәм инженер тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләренә дәүләт экспертизаһы ойоштороу һәм үткәреү тураһында" Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә башҡарыла, артабан беҙҙең ведомство ла ҡарар ҡабул итә.
– Автомобиль юлдарын төҙөү, реконструкциялау һәм тәртиптә тотоу өсөн бөгөн ниндәй заман технологиялары ҡулланыла?
– Был йәһәттән беҙҙең Комитет эҙмә-эҙлекле эш алып бара. 2011 – 2012 йылдарҙа тәжрибә рәүешендә тәҡдим ителгән яңы технологияларҙы ҡулланып ҡарау һәм мониторинг үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Беренсенән, оло юл менән тоташмаған ауыл ерендә тупраҡты нығытыу буйынса яңы технологиялар ҡулланылды. Ныҡлы төҙөлөш материалы булмаған, юлдарға әллә ни көсөргәнеш төшмәгән төбәктәрҙә был ысул бик уңайлы. Уның үҙенсәлеге – ҡырсынташ урынына төрлө нығытҡыс ҡушылған урындағы балсыҡлы тупраҡты ҡулланыу. Миҫал өсөн, былтыр ошондай технология Борай районының Кәшкәләү – Яңы Таҙлар юлында, биш километрлыҡ участкала ҡулланылды. Тупраҡ "Консолид", "Солидрай" профилизаторҙары, "RP+Цемент+Эзбис", "RP", "Альфасоил" һәм башҡа шуға оҡшаш стабилизаторҙар менән нығытылды. Шулай уҡ был технология быйыл Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлында, туғыҙ километрға яҡын арауыҡта ҡулланылды. Юл нигеҙенең ҡатламдары буталмаһын һәм үҙ-ара нығыраҡ йәбешһен, соҡор-саҡыр, ярыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн эштә "Техпол", "Дорнит" синтетик материалдары файҙаланылды. Был ысул ҡырсынташ һәм ҡомдо бәрәкәтле файҙаланыу мөмкинлеген бирә.
Әлеге ваҡытта был участкаларҙа мониторинг үткәрелә. Технологияларҙы тулыһынса анализлау өсөн ике-өс йыл күҙәтеү талап ителә.
Икенсенән, авария хәлендәге күперҙәрҙе нығытыуҙа заман технологияһы ҡаҙаныштары ҡулланыла.
Юл ремонтлау сығымдарын кәметеү йәһәтенән иҫкергән асфальт ҡатламын эшкәртеп, уның ярҙамында юл ситен йүнәтергә була. Ҡырсынташ-мастиклы асфальт-бетон да ҡәҙимгеһенән күпкә ныҡлы.
Ғөмүмән, юл төҙөлөшө һәм ремонтлау өсөн яңы материал етештереүсе, технологиялар уйлап табыусы компанияларға төбәк, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙағы тәжрибә участкаларында тауарҙарын һынап ҡарау тәҡдим ителә. Улар даими күҙәтеләсәк, материалдарҙың иҡтисади йәһәттән әһәмиәтлелеге билдәләнәсәк.
– Нисек кенә булмаһын, яҙ һайын водителдәр ҡот осҡос юлдарҙан йөрөргә мәжбүр. Трассалар ватылған, ҙур соҡорҙар хасил булған... Ремонтланған участкалар ҙа бар, әлбиттә. Мәгәр ҡайһы бер урындан йөрөү бик ҡыйын. Миҫал өсөн, Өфө – Белорет – Учалы юлын ғына алайыҡ. Яҙғы-йәйге осорҙа ул кер йыуыу таҡтаһын хәтерләтә. Был нимәгә бәйле? Яңы технологиялар тураһында һөйләйбеҙ, ысынбарлыҡта иһә...
– Эйе, хәл ителмәгән проблемалар бар. Һуңғы йылдарҙа ауыр йөк машиналары ҡырҡа артты. Экономия маҡсатында 20, 30, 40 ҡына түгел, 60 тонна йөк һыйҙырышлы автомобилдәрҙе ҡулланалар. Элекке технологиялар һәм нормативтар менән төҙөлгән юлдар был көсөргәнеште күтәрә алмай, тиҙ туҙа. Комитеттың ауырлыҡ контроле буйынса махсус хеҙмәте, юлдарҙың проблемалы участкаларына барып, көсөргәнеш кимәлен асыҡлай һәм норманан тыш ташылған йөктәргә өҫтәмә түләү билдәләй. Хаҡ түләнгәнсе автомобилдәр махсус туҡталҡала тора. Был сара йөк ташыусыларҙы аҙыраҡ һыйҙырышлы автомобилдәр ҡулланырға мәжбүр итергә тейеш.
Өфө – Белорет – Учалы юлына килгәндә, рәсми документтар буйынса һүҙ ике трасса хаҡында бара: Өфө – Инйәр – Белорет һәм Белорет – Учалы – Мейәс.
2012 йылда Башҡортостандың дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, капиталь ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказға ярашлы, Өфө – Инйәр – Белорет юлын тәртипкә килтереү тәңгәлендә конкурслы сауҙа уҙғарылды һәм дәүләт контракты төҙөлдө. Былтырҙан башлап был трассала өлөшләтә ремонт бара, быйыл иһә 72 – 86-сы километрҙа (Архангел районы) капиталь ремонт башланды. 116,965 – 130,5-се километрҙарҙа (Белорет районы биләмәһе) ремонт башлау өсөн проект документтары әҙерләнә, унда эш киләһе йылда тамамланасаҡ. 2013 йылға территориаль заказ әҙерләгәндә лә билдәләнгән тәртип буйынса был юлды ремонтлау мәсьәләһе ҡараласаҡ. Трассаның участкалары, реконструкцияланғандан һуң, тулыһынса 2013 – 2014 йылдарҙа асыласаҡ.
Белорет – Учалы – Мейәс юлы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай, төрлө участкаларында ремонт үткәрелә. 147 – 158-се километрҙа капиталь ремонт яһала.
– Юл селтәрен ҡарап, тәртиптә тотоу мәсьәләһе нисек хәл ителә? Йыл әйләнәһенә борсоған төп проблемалар ниндәй?
– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә ял юҡ: һәр миҙгелдә юлды ғына түгел, юл ҡоролмаларын да тәртиптә тотоу, боҙолоу-ватылыу осраҡтарын иҫкәртеү һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡышҡы юлды ҡарау, юл ситтәрен йәшелләндереү һәм башҡа эш башҡарыла. Әлбиттә, төп бурыс – юлдың һәм юл ҡоролмаларының бөтөнлөгөн һаҡлау, ҡабул ителгән талаптарға ярашлы йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү. Эштең сифаты һәм уны тулы кимәлдә башҡарыу автомобиль юлдарын ҡарау өсөн бүленгән лимитҡа бәйле. Әле финанслауҙың етерлек кимәлдә булмауы автомобиль юлдарын тейешле талаптарға ярашлы кимәлдә тотоуға ҡамасаулай – был төп проблемаларҙың береһе.
Юлдарҙы ҡарап, тәртиптә тотоу мәсьәләһе, миҙгелгә ҡарап, төрлөсә. Ҡышҡы юл – айырым проблема булһа, яҙ-йәй-көҙ арауығын берләштерергә була. Мәсьәләне ҡатмарлаштырған тағы бер үҙенсәлек: ремонт талап ителгән участкалар бик күп, ҡайһы бер урындар йылдар буйы йүнәтелмәй. Һыу ташыу кеүек тәбиғәт күренеше ҙур зыян килтерә – уның эҙемтәләрен алдан күҙаллап та булмай. Һыу киткәндән һуң юл япмаһының соҡор-саҡырҙарын, ярыҡтарын ямарға, колеяны тигеҙләргә тура килә. Ошоларҙы асфальт менән ҡапланған юлды тәртиптә тотоуҙың иң сығымлы һәм ҡатмарлы эше тип атарға мөмкин.
Юлды ҡарау мәсьәләһе йыл миҙгелдәренә бәйле булғанға, эшселәр менән дә проблема тыуа. Ҡышын – боҙлауыҡҡа ҡаршы көрәшеү, юл ситенән көрттәрҙе алыу, ҡарҙан таҙартыу – барыһы ла механикалаштырылған. Был күпселек хеҙмәткәрҙе эштән бушата, йәйгеһен иһә кешеләрҙән тыш юл ремонтлау мөмкин түгел. Ҡыҫҡаһы, эштең миҙгел үҙенсәлектәренә бәйле булыуы тармаҡтағы кадрҙар сәйәсәтен тотороҡһоҙландыра. Шулай ҙа, шөкөр, төбәктә һәм муниципаль-ара юлдарҙа ҡышҡы осорҙа юлһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ – ваҡытында таҙартылып тора.
– Республикалағы ниндәй арауыҡтағы юлдар тәүге сиратта реконструкция талап итә?
— Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһен төньяҡтан ураусы юл, Өфө – Инйәр – Белорет, Белорет – Учалы – Мейәс, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, М-5 – "Урал" – Дүртөйлө – Нефтекама, Дүртөйлө – Борай һәм башҡа йүнәлештәр проблемалы тип иҫәпләнә.
– Юл төҙөлөшө республика ҡаҙнаһына күпмегә төшә?
– Һуңғы осорҙа юл хужалығы тармағы тамырҙан үҙгәртеп ҡороу кисерә. Эш шунда: быға тиклем юл төҙөлөшөнә бүленгән аҡса тулыһынса тотонолмаһа, ул кире ҡаҙнаға ҡайтарыла ине. Был ысул буйынса эшләгәндә, юл төҙөлөшө түгел, ә аҡсаны үҙләштереү хаҡында күберәк уйларға тура килә торғайны. 2010 йылдың декабрендә "Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында" Закон ҡабул ителде. Был юлсыларға эштәрен бер нисә йылға алдан планлаштырыу мөмкинлеген бирә.
Быйыл апрелдә Башҡортостан Республикаһы юл фондының ҡаҙна ассигнованиеларын туплау һәм файҙаланыу тәртибе раҫланды. Был ҡаҙна сараларын асыҡтан-асыҡ һәм һөҙөмтәле ҡулланыуға нигеҙ булып тора.
Быйыл юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн территориаль заказ күләме 8,8 миллиард һум тәшкил итә.
— Яңы юлдың хеҙмәт итеү ваҡыты ниндәй?
– Әлеге ваҡытта автомобиль юлдарын ремонтлау һәм төҙөү буйынса контракт шарттарында ул түбәндәгесә билдәләнгән:
– тупраҡ япмаһына – 8 йыл;
– юл ҡатламы нигеҙенә – 6 йыл;
– япманың аҫҡы ҡатламына – 5 йыл;
– япманың өҫкө ҡатламына – 4 йыл;
– көйләүсе ҡоролмаларға – 6 йыл;
– юл билдәләренә – 2 йыл.
Гарантия бөтмәгән ваҡытта етешһеҙлектәр асыҡланһа, дәүләт заказсыһы подрядсыға тейешле мәғлүмәтте еткерә һәм уларҙы теркәү өсөн вәкил ебәреү талабын белдерә. Артабан ике яҡлы акт төҙөлә, унда етешһеҙлекте бөтөрөү тәртибе һәм ваҡыты күрһәтелә. Ихтыяж булғанда, акт төҙөгәндә проект һәм юлдан файҙаланыусы ойошма вәкилдәре лә ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, гарантия осоронда етешһеҙлектәр һирәк осрай, сөнки етдиҙәре юл төҙөү йәки ремонтлау мәлендә, объект ҡулланыуға рәсми тапшырылғанға тиклем үк асыҡланып бөтөрөлә.
– Туристар Архангел районы йүнәлешен үҙ итә. Әммә Архангел – Красноусол юлының бер өлөшөндә асфальт япмаһы булмаған участка бар. Әйткәндәй, был юл буйлап Өфөнән Ғафури районына күпкә яҡыныраҡ, әммә күптәр Талбазы аша йөрөргә мәжбүр. Ни өсөн ошо проблема һаман хәл ителмәй?
– Маршруттың популярлығы халыҡтың "Красноусол" шифаханаһына һәм изге сығанаҡтарға күпләп йөрөүенә бәйле. Өфөнән Талбазы аша Красноусолға барып етеү өсөн 100 километр ара үтергә кәрәк (Өфө – Ырымбур федераль трассаһынан – 50, Талбазы – Красноусол төбәк автомобиль юлынан — 50 километр). Ә Архангел аша Ғафури районы үҙәгенә тиклем – 133 километр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Дорпроект" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Архангел – Красноусол автомобиль юлының 15 – 20-се километрҙарында капиталь ремонт яһауға проект әҙерләне. Ул асфальт япмалы буласаҡ. Асыҡ аукцион һөҙөмтәһендә эште башҡарыу "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенә йөкмәтелде. Быйыл әҙерлек эштәре үткәреләсәк, ә капиталь ремонт ике йылға иҫәпләнгән.
– Юл төҙөлөшө нисек контролдә тотола?
– Автомобиль юлдары төҙөлөшөн контролдә тотоуҙың төп маҡсаты – билдәле тәртиптә раҫланған проект документтарындағы талаптар үтәлмәйенсә, эште ҡабул итмәү. Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы, юл һалыу объекттарын Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы һәм Юл хужалығы идаралығы контролдә тота.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад