Люциә Сәфәрғәлина менән Күгәрсен районына барғанда танышҡайным. Ябайлыҡта — бөйөклөк тигәндәй, утыҙ йылдан ашыу ғүмерен Подгорное мәктәбендә балалар тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы ихласлығы менән күңелемде арбаны.
Люциә Муса ҡыҙының тыуған яғы — Бишбүләк районының Дүсән ауылы. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғыр, мәҡәлә яҙыу менән мауыҡҡан ҡыҙ унынсыны тамамлағас, филолог булырға хыяллана, ләкин теләге тиҙ генә тормошҡа ашмай. Башта Ҡунаҡҡол ауылы мәктәбендә пионер ойошмаһы етәксеһе булып эшләй. Ике йылдан һуң ғына Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.
Диплом алғас, Люциә Муса ҡыҙы тыуған районының Айыт ауылына ҡайта. Был ваҡытта Күгәрсен районы егете Вәхит менән сәстәрен сәскә бәйләп өлгөргән була инде улар.
Айытта ныҡлап нигеҙ ҡороп өлгөрмәй йәш ғаилә. Вәхитте тыуған яғы үҙенә тарта, һәм улар Күгәрсен тарафтарына юллана. Шулай итеп, Подгорное ауылында төпләнәләр.
Яңы урында Люциә Сәфәрғәлинаны тиҙ шәйләп ҡалалар, Чапаев ауыл Советына секретарь итеп күсерәләр.
— Хакимиәттә һәр ваҡыт эш күп инде, — тип иҫкә ала ул йылдарҙы Люциә Муса ҡыҙы. — Секретарь тигәс тә, гел ҡағыҙ туҙанына ҡапланып ултырманым, халыҡ араһында төрлө аңлатыу эше алып барҙым. Илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу башланған осор ине. Никах теркәү, балаға исем ҡушыу, төрлө мәҙәни сара уҙғарыу — барыһы ла ауыл Советы иңенә төшә торғайны.
Ауылдаштары араһында шул йылдарҙа тәрән ихтирам яулаған да инде Люциә Сәфәрғәлина. Подгорное ауылында ла, район үҙәге Мораҡта ла уның хаҡында йылы һүҙҙәр генә ишеттем.
1992 йылда Люциә Муса ҡыҙы яңынан мәктәпкә әйләнеп ҡайта һәм бар һәләтен, белемен балалар тәрбиәләүгә бирә. Дәрестәрендә, заманса методикаға таянып, инновация алымдарын ҡулланып эшләй, тинеләр миңә уның хаҡында. Балалар араһында ул ыңғай әхлаҡи-психологик мөхит тыуҙыра алған. Һәр береһенә шәхес итеп ҡарарға өйрәнгән, шуға күрә уҡыусылары ла ярата уны.
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш, Люциә Муса ҡыҙы “Йәйғор” әҙәби түңәрәген дә алып бара.
— Беҙҙең балаларҙың ижад емеше мәктәптең стена гәзите менән генә сикләнеп ҡалмай, — ти тынғыһыҙ педагог. — Район, республика киңлектәренә лә сығабыҙ. Төрлө кимәлдә уҙған ярыштарҙа призлы урындар ҙа алғаныбыҙ бар. “Йәйғор”ҙа шөғөлләнгән уҡыусыларҙың барыһы ла шағир, яҙыусы, журналист та булып китмәҫ, әммә минең өсөн иң мөһиме — уларҙың күңелендә матурлыҡҡа, ижадҡа һөйөү тәрбиәләү.
Люциә Сәфәрғәлинаның тынғыһыҙ хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнгән, ләкин уның өсөн иң ҙур бүләк — уҡыусыларының һөйөүе.
— Бөгөн түгел, ә нисәлер йыл үткәс, бер генә уҡыусым булһа ла килеп рәхмәт һүҙен әйтә икән, тимәк, хеҙмәтем бушҡа булмаған, — ти Люциә Муса ҡыҙы.
“Беҙгә һабаҡ биргән кешеләрҙе уҡытыусы тибеҙ. Ләкин уларҙың араһында ла бөйөк исемде йөрөтөргә хоҡуғы булмағандар осрай”, — тигән ҡасандыр Гете. Люциә Сәфәрғәлинаның ошо исемде йөрөтөргә тулыһынса хаҡы бар.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Күгәрсен районы.