Ғәҙилә Әсәнова менән оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Донъяны күп күргән, һәр эште ауырһынмай башҡарған, матур телле, көр күңелле хеҙмәттәшем Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында хеҙмәттән уҡытты.
Милли уҡыу йортоноң яңы асылған сағы. Хеҙмәт кабинетының эсе буш, бер ниндәй йыһаз юҡ. Ул ваҡытта төрлө предприятие мәктәптәргә шефлыҡ итә ине. Беҙҙекенә “Мир” фирмаһы беркетелгәйне. Ғәҙилә Таһир ҡыҙы улар менән яҡшы бәйләнеш булдырҙы: электр машинаһы, еп, туҡыма бирҙеләр, ҡайсыларын да онотманылар. Мәктәп үҙе һигеҙ ҡул машинаһы һатып алды. Шулай итеп, хеҙмәт дәрестәре күңелле үтә башланы. Балалар, ҡул эшенә өйрәнеүҙән тыш, уҡытыусылары менән төрлө темаға әңгәмәләшергә яратты: Ғәҙилә Таһир ҡыҙы һәр кемдең күңелен аңлаған аҡыллы кәңәшсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе остаз булды.
Мәктәп асылған йылдарҙа уның эсендә лә, тышында ла эш ҡайнап торҙо. Ғәҙилә апай шул осорҙағы бәләкәй балаларҙың — V — VII класс уҡыусыларының ҡарышмай, ауыр, хатта бысраҡ эште һис һүҙһеҙ башҡарыуын әле лә ғәжәпләнеп иҫкә ала.
— Үҙем етәкселек иткән класта 39 уҡыусы ине, — тип хәтерләй ул. — Үҙҙәре күмәк, үҙҙәре шуҡ! Шул балаларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын тапты.
Ғәҙилә Таһир ҡыҙы 20-се башҡорт гимназияһы тураһындағы “Милли рухиәт үҙәге” тигән китапты юғары баһалай.
— Шул хәтлем ҙур хеҙмәт башҡарылған! — тип һөйөнә ул. — Мәктәбебеҙҙең тарихы, ысынлап та, ифрат бай. Үҙебеҙ эшләгән осорҙағы коллективтың берҙәмлегенә, татыулығына әле лә хайран ҡалам. Бергә ниҙәр генә кисермәнек! Күрше-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр мәктәпкә күпме генә бысраҡ яғырға тырышмаһын, коллектив, ата-әсә, балаларҙың тыйнаҡлығы барлыҡ ҡаршылыҡты еңде, мәктәпте һаҡлап алып ҡалды.
Хәҙерге уҡытыусылар балаларҙың һаны тулғас — булды тип уйламаһын ине. Матур бинаны шул көйө тотоу ғына етмәй, мәктәптең йолаларын онотмаһындар, татыулыҡты һаҡлаһындар. Мәктәпте бынан 40 — 45 йыл элек тамамлаған уҡыусыларҙың әле лә бер туғандай йәшәүе — үҙе үк һоҡланғыс күренеш. “20-се мәктәп” тигән һүҙ уларға оран һымаҡ яңғырай. Беҙ эшләгән осорҙа нигеҙ һалынған ошо туғанлыҡ мәңгелек булһын ине.
Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА,
ветеран-уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.