Ниһайәт, оҙайлы бәхәстән һуң...08.12.2011
Киләһе йылда барыбыҙ ҙа өр-яңы закон буйынса дауаланасаҡбыҙ, тәүге медицина ярҙамын аласаҡбыҙ, хатта беҙгә табипты һәм дауахананы һайлау мөмкинлеге лә тыуҙырыласаҡ. Бөтә төбәктәр өсөн дә дауалау стандарттары һәм хеҙмәттәр сифатына талаптар берҙәй булмаҡсы. Өҫтәүенә һеҙгә медицина ярҙамын күрһәтеүҙән баш тартырға бер кем дә ҡыймаясаҡ, сөнки закон пациент яҡлы.
Яңы нормаларҙың сираттағыһы һирәк осраусы, үтә ҡиммәтле дауалар талап иткән сирҙәрҙе төбәк һәм федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һауыҡтырыуға ҡағыла. Аборт яһатырға теләгәндәр өсөн “тынлыҡ аҙнаһы” индерелгән. Законда ҡаралғанса, ауырынан ҡотолорға теләгән ҡатын-ҡыҙ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндән һуң бер аҙна үтмәйенсә операция яһата алмаясаҡ.
Яңы йылдан граждандар репродуктив органдар туҡымаларын, енес күҙәнәктәрен оҙайлы һаҡлауға ҡуйыу хоҡуғына эйә. Халыҡ араһында әллә күпме ығы-зығы, бәхәс тыуҙырған суррогат әсәлек мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителеп законлаштырылды.
Медицина өлкәһендәге ошо яңылыҡтарҙы үҙ эсенә алған “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закон, бик оҙаҡ фекер алышыуҙан, бәхәстәрҙән, төҙәтеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, донъя күрҙе. Һәр кемдең ғаиләһенә мотлаҡ ҡағыласаҡ закондың төп принцибы — сәләмәтлек табиптың ғына хәстәрлеге һәм яуаплылығы булыуҙан уҙып, эш биреүсенең һәм һәр кемдең үҙ бурысына әүерелергә тейеш. Бындай үҙенсәлекле ҡараш менән беҙ тәү тапҡыр осрашабыҙ. Артабан да “тәү тапҡыр” һүҙен йыш ҡабатлаясаҡбыҙ, сөнки күп положениелар — беҙҙең өсөн яңылыҡ.
Законды әҙерләүселәр фекеренсә, түләүһеҙ медицинаны юҡҡа сығарыу тураһында һүҙ бөтөнләй алып барылмай. Киреһенсә, яңы ҡанундар пациенттарҙың ошо тәңгәлдәге хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. Документта түләүһеҙ медицина ярҙамының бөтә төрҙәре күрһәтелгән: тәүге медик-санитар, махсус, шул иҫәптән юғары технологиялы, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам. Был хеҙмәттәр бөгөн дә пациент өсөн түләүһеҙ күрһәтелергә тейеш. Ҡайһы бер сирлеләр өсөн шифаханаларҙа сәләмәтлекте бушлай, бер тин түләмәй нығытыу гарантиялана.
Рәсәй медицинаһында тәүге тапҡыр һауыҡтырып булмай торған сирлеләр өсөн паллиатив ярҙамды түләүһеҙ итеү закон менән нығытылды. Шулай уҡ тарихта тәү тапҡыр стационарҙа дауаланғанда кәрәкле, үтә мөһим дарыуҙар менән тәьмин итеү бурысы законлаштырылды. Бөгөн хәлдең аяныслығын дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәр кем яҡшы белә: врач тәғәйенләгән дарыуҙарҙы йыш ҡына ауырыуҙың үҙенә һатып алырға тура килә.
Күптәр өсөн бик уңайлы, ә бюджет өсөн арзанға төшкән “көндөҙгө стационар” төшөнсәһе лә законда тәү тапҡыр күренде. Әлбиттә, пациенттың да, врачтың да, бюджеттың да мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотҡан, барыһын да ҡәнәғәтләндергән “алтын урталыҡ”ты табыу анһат түгел.
Түләүле медицина хеҙмәттәрен индереү йәмәғәтселектә ҙур борсолоу һәм ҡаршылыҡ тыуҙырыуына, көслө тәнҡит утына алыныуына ҡарамаҫтан, яңы законда ошо хаҡта ла статья бар. Түләүле медицина беҙҙә күптән инде тамыр йәйгән, ҡоро бәхәстәр генә уның эшмәкәрлеген туҡтата алмай.
Ҡайһы өҫтәмә хеҙмәттәр өсөн пациент кеҫәһенән, ә ҡайһы дауалау саралары һәм тикшеренеүҙәр өсөн Мотлаҡ медицина страховка фонды тарафынан түләнергә тейешлекте беҙ әлегәсә белмәнек. Ҡағыҙҙа барыһы ла шыма төҫлө тойолһа ла, ғәмәлдә ауырыу тулы мәғлүмәт алыуҙан мәхрүм булды. Хәҙер түләүһеҙ медицина хеҙмәттәре теҙмәһе ошо тәңгәлдә тәртип урынлаштырыр тип уйлайбыҙ.
Дәүләт Думаһында өс тапҡыр ентекле ҡаралғандан, етмештән ашыу әһәмиәтле төҙәтмә индерелгәндән һуң, документ, ысынлап та, яҡшырғандай, аңлашылмаусанлыҡтар кәмегәндәй төҫлө. Күҙгә әллә ни салынмаған, әммә үтә үҙенсәлекле статья барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Әйтеүебеҙсә, закон һаулыҡ өсөн яуаплылыҡты врачҡа ғына түгел, ә пациенттың үҙенә һәм эш биреүсегә йөкмәтеп, бурысты законлаштырып ҡуйҙы.
Ауырыу, табип күрһәтмәләрен “больничный”ҙа сағында мотлаҡ теүәл үтәүҙән тыш, бөтә ғүмере буйына сәләмәтлеген хәстәрләргә бурыслы. Закондың эш биреүсене йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе ойошторорға мәжбүр итеүе лә беҙҙең өсөн оло яңылыҡ, хатта ошо бәләкәй генә “эләктергес”тең дә бизнес өлкәһендә социаль-иҡтисади йүнәлеш принцибын үҙгәртеүгә ярҙам итеүе, хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеге хаҡында етди ҡайғырта башлауы ихтимал, тип күҙаллай эксперттар. Мәҫәлән, ҡайһы бер илдәрҙә эшселәренең сәләмәтлеген хәстәрләгән эш биреүсене һалымдарҙан азат итеү тәжрибәһе бар.
Табип һәм пациент араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә, дауалау сифатын арттырыуҙа тағы ла бер аҙым яһалды — медицина ойошмаһы, пациент һаулығына зыян килтереү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, ошо хәүефте страховкаларға бурыслы. Белгес үҙе лә профессиональ эшмәкәрлек хәүефен страховкалай ала.
Бойондороҡһоҙ экспертиза институты ойоштороу мөмкинлеге бәхәсле хәлдәрҙә хәҡиҡәтте асыҡлауҙа ярҙам итәсәк. Әгәр ҙә, ысынлап та, ошондай мөһим ойошманы булдыра алһаҡ, врач хатаһы һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр өсөн бер ни тиклем еңеллек тыуасаҡ, тип иҫәпләй законды өйрәнеүселәр. Бөгөн ауырыу йыш ҡына ҡурсалауһыҙ, бәләһе менән япа-яңғыҙ ҡала. Икенсе яҡтан, табиптар ҙа нигеҙһеҙ, дәлилһеҙ ғәйепләүҙәрҙән яҡланасаҡ.
Ниһайәт, оҙайлы тәнҡит һәм бәхәстәрҙән, ентекле өйрәнеү һәм өҫтәмәләр индереүҙән һуң Рәсәй граждандарының сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһаусы Федераль закон донъя күрҙе. Бөтә донъя күптән инде пациент һәм врач мөнәсәбәттәрен еңеләйтеүсе һәм көйләүсе страховка медицинаһы юлын һайлаған, уңыштары бәхәсһеҙ. Тик беҙҙә Закон талаптары нисек үтәлер — быныһы инде башҡа мәсьәлә. Уныһы халыҡтың ныҡышмалылығына, талапсанлығына бәйле.
Динә АРЫҪЛАНОВА


Вернуться назад