Яуҙа сапҡан ярһыу ат һымаҡ...19.09.2012
Яуҙа сапҡан ярһыу ат һымаҡ...Ысынлап та шундай шәхес ине Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Шәрифулла Сәйфулла улы Алсынбаев. Алсаҡ йөҙлө, киң күңелле Баймаҡ егете үтә ябай, эскерһеҙ, һәр эшкә ихлас тотонор булды. Ололарға ололарса, йәштәргә йәштәрсә һүҙ табып һөйләшә белә торғайны.

Шәрифулла Алсынбаев Баймаҡ районының Йомаш ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҙенән оло туғандары уны “ҡараҡай” тип яратһа, әсәһе Мәүсирә улын “йомроҡайым-йомшаҡҡайым” тип һөйә торған булған. Атаһы Сәйфулла Әйүп улы ла уны иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Колхоз эшенән арып ҡайтһа ла, улын ирҙәр эшенә, ат менергә бәләкәйҙән өйрәткән. Шәрифулланың: “Атайым мине бик иртә атҡа мендерҙе, уҡыу йәшенә етмәҫ элек сүкеш, балта тоторға, һәнәк менән эш итергә өйрәтте”, — тип ихлас һөйләгәне иҫтә.
1971 йылда беренсе класҡа уҡырға бара. Йомаш урта мәктәбендә уҡығанда ул сәнғәт өлкәһендә һәләтле булыуын күрһәтә. Мәктәптә уҙғарылған байрам сараларында ихлас ҡатнаша. Белем усағын тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына инә һәм Рифҡәт Исрафилов курсын уңышлы тамамлай. 1985 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай. Ниһайәт, Шәрифулла Алсынбаев үҙ маҡсатына өлгәшә һәм дәртләнеп эшкә тотона, тиҙ арала үҙенең һәләтен дә күрһәтеп өлгөрә. Йәш артистың тырышлығын аңлаған театр етәкселеге уға бик яуаплы һәм төп ролдәрҙе бирә. М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда — Түрәкәй, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында Мөхәмәтша ролен уйнай, Д. Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Ғ. Шафиҡовтың “Бында минең төйәгем” һәм башҡа бик күп спектаклдә төп ролдәрҙе башҡара. Сәнғәт өлкәһендәге тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән исемгә лайыҡ була. Шәрифулла Сәйфулла улы үҙенә йөкмәтелгән эшкә генә түгел, ғаиләһе алдында ла үҙен бик яуаплы тотто.
“Мин Ейәнсураның иң һылыу ҡыҙын үҙемә ҡараттым”, — тип ихлас һөйләр ине. Ә игеҙәк ҡыҙҙарын, Айгөл менән Наҙгөлдө, етәкләп йырға, бейеүгә йөрөтөр булды. Улар 20-се гимназияла уҡығанда бөтөн сараларҙа ла ҡатнашты һәм, техникумға уҡырға ингәс тә, сәхнәнән төшмәне. Һуңынан уларҙың ғаиләле булып, матур донъя көтөүен күреп шатлана торғайны. Ә ейән-ейәнсәрҙәре уның өсөн ҙур ғорурлыҡ булды. Шуға ла бер ейәненә Алсынбай тип исем ҡушты: “Нәҫелебеҙҙең дауамы ул”, — тиер ине.
Шәрифулла Сәйфулла улының иң яҡшы сифаттарының береһе шул: ул әсәһен бик яратты. Уны һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Һөйөклөһө хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре янып, йөҙө асылып киткәндәй була ине.
Етәкселек, Шәрифулла Сәйфулла улының һәләтен, эшкә етди мөнәсәбәтен күреп, 1995 йылда уға Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры вазифаһын ышанып тапшырҙы. Ә 1998 йылда Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡапыл етәксеһеҙ ҡалғас, Шәрифулла Алсынбаевты шунда директор итеп күсерҙеләр. Бында ла эш еңел түгел. Төрлө милләт кешеләренең холоҡ-фиғелен белеү, улар менән уртаҡ тел табыу, дуҫтарса мөғәмәлә талап ителә бит. Был эштә лә юғалып ҡалмай Шәрифулла Сәйфулла улы. Яуҙа сапҡан ярһыу ат һымаҡ, башкөллө эшкә тотондо. Бер ваҡытта ла коллективтан айырылманы, бергә булды. Ай һайын үҙәк етәкселәрен йыйып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер, һәр береһе менән фекер алышыр, кәңәшләшер ине. Йырып сыға алмаҫлыҡ эштәр ҙә, күмәкләгәс, еңел хәл ителде.
Ул ысын етәксе була белде. 48 йәшендә генә талантлы, аҫыл ир арабыҙҙан китте. Бөгөнгө тормошобоҙҙағы ғәҙелһеҙлектәргә түҙә алмай, ярһыу йөрәге ваҡытһыҙ шартланы. Шундай кешеләрҙе ваҡытында яҡлау, һаҡлау, ҡурсалау кәрәк тә һуң. Үкенес, күп осраҡта беҙгә ана шул етмәй.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Вернуться назад