Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар18.09.2012
Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә "50 Плюс. Өлкән йәштә булыуҙың барлыҡ шатлыҡтары" ("50 Плюс. Все плюсы зрелого возраста") халыҡ-ара конференцияһы уҙа. Унда, Рәсәй төбәктәренән тыш, Швейцария, Греция, Эквадор, Канада, Уганда, Бөйөк Британия, Ирландия илдәренән бизнесмендар, йәмәғәт ойошмалары һәм ҡартайыуҙы өйрәнеүсе белгестәр ҡатнаша. Сараның маҡсаты — ололарҙың әүҙем йәшәү рәүешен оҙайтыу, уларҙың һаулығын һаҡлау һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү мәсьәләләрен ҡарау.

Конференция "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем бара. Беренсе ҡатта эшләүсе күргәҙмә пенсионерҙарға бик файҙалы булмаҡсы. Унда оло йәштәгеләр өсөн финанс программалары, пенсия фондтары, уҡыу-уҡытыу һәм бизнес курстары, шифаханалар, дарыуҙар тураһында мәғлүмәт табырға, уңайлы кейем-һалым, күҙлектәр, реабилитация ҡорамалдары һатып алырға мөмкин.
Бында шулай уҡ билдәле белгестәр бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Темалары күп төрлө: "Башҡортостанда баҡсасылыҡтың үҫеше", "Финанс белеме нигеҙҙәре: мутлашыусыларҙың тоҙағына нисек эләкмәҫкә?", "Бер-беребеҙгә матур булырға ярҙамлашайыҡ", "Артериаль ҡан баҫымын контролдә тотоу", "Остеопороз тураһында нимә белергә кәрәк", "Ололарҙың туҡланыу үҙенсәлектере".
Мәҙәниәт һарайының фойеһында пенсия һәм эш менән тәьмин итеү, социаль, юридик һәм психологик һорауҙар буйынса консультациялар үткәрелә. Белгестәр иртәнге 11-ҙән киске 5-кә тиклем ҡабул итә.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты
социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад