Софья һуҡмағы байрамға "биҙәнә"18.09.2012
Яҙыусы Сергей Аксаковтың килене Софья һалған һуҡмаҡты төҙөкләндереү эштәре бара: асфальт урынына брусчатка түшәлә, зауыҡлы эскәмйә һәм фонарҙар ҡуйыла. Туҡай урамындағы быуат ярымлыҡ аллея 21 сентябрҙә үтәсәк XXII Халыҡ-ара Аксаков көндәрен шулай "биҙәнеп" ҡаршыламаҡсы.

Байрамдың төп тамашаһы тышта — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында күрһәтеләсәк. Бының сәбәбе Аксаков көндәренә арналған күсмә матбуғат конференцияһында билдәле булды.
— Матур йолаға әүерелгән сарала ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп, хатта театрға һыйҙырырлыҡ түгел. Улар араһында Германия, Франция һәм Болгария илдәренән дә ҡунаҡтар буласаҡ, — тип асыҡлыҡ индерҙе Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко.
Н. ЙЫЛҠЫБАЕВА.


Вернуться назад