Бәләкәй ҡалалар ниңә үҫмәй?18.09.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Бөрө алмаһы” IV төбәк-ара фестивале сараларында ҡатнашты. Республика етәксеһе Оҫталар урамынан Октябрь майҙанына тиклем йәйәүләп үтте, “Баҡсасы-2012” ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды. Майҙанда һәр кем алманан бешерелгән иң ҙур ләүәштән ауыҙ итә алды.

Рөстәм Хәмитов “Бөрө алмаһы” иҡтисади башланғыстар форумында Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҡалаларҙың үҫеш мөмкинлектәренә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.
— Иҡтисади тормош, иҡтисади дәрт юҡ, мөһим объекттар аҙ төҙөлә. Минеңсә, тап бәләкәй ҡалалар — үҫеш, сәнәғәт етештереүе өсөн иң уңайлы урын. Ер ҙә, коммуникациялар ҙа арзан, хеҙмәт ресурстары етерлек. Быларҙың барыһы ла рентабелле предприятиелар төҙөү мөмкинлеген бирә, — тине Президент үҙенең сығышында. — Бәләкәй ҡалалар иҡтисади үҫеш сығанағына әүерелергә тейеш. Уларҙа барлығы 300 мең самаһы кеше йәшәй. Был аҙ түгел. Етештереүҙе арттырыу, ошо ҡалаларға инвестициялар йәлеп итеү өсөн беҙ ҙә мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад