Рәсәй пенсияның тупланма өлөшөн әлегә юҡҡа сығармаясаҡ, тип хәбәр итте Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов.
— Пенсияның тупланма өлөшөн үҙгәртергә йыйынмайбыҙ, быларҙың барыһы ла имеш-мимеш, — тине ул. — Шулай ҙа Рәсәй Хөкүмәте пенсия системаһын реформалау мөмкинлеген ҡарай.
Игорь Шувалов билдәләүенсә, бөгөн Пенсия фондында ҡытлыҡты бөтөрөү эше алып барыла, пенсияның ошо өлөшөнә ҡағылышлы төрлө тәҡдимдәр бар.
1 октябргә тиклем министрлыҡтар һәм ведомстволар ил Президентына пенсия реформаһы буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк. Хеҙмәт министрлығы әүәлерәк 2030 йылға тиклем пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы проектын эшләгәйне. Унда тупланма өлөш тарифын 6 процентҡа кәметеү күҙ уңында тотола. Проектҡа ярашлы, 2015 йылға тиклем Рәсәй граждандары страховка тарифының 6 процентын тупланма өлөшкә индерә йә иһә, унан баш тартып, бөтә тарифты (22 %) страховка өлөшөнә йүнәлтә ала ине. Шул уҡ ваҡытта пенсияны йыйырға ҡарар иткән кешеләр эш хаҡының 2 процентын тупланма өлөшкә үҙаллы индерергә тейеш.
Финанс министрлығы граждандарҙың пенсияға һуңыраҡ сығыуын хуплай, әммә уның тупланма өлөшөн юҡҡа сығарыу яҡлы түгел. Министрлыҡ башлығы Антон Силуанов әүәлерәк, пенсияның был өлөшөн кәметергә лә, бөтөрөргә лә ярамай, тип белдергәйне.
А. ХӘЛИЛОВ.