“Майламай” йәшәп буламы?18.09.2012
Рәсәйҙәрҙең 27 проценты ришүәт бирә. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе аҡса “төртөп” эшен яйға һала икән. Халыҡтың 39 проценты илдә ришүәт бирмәйенсә йәшәп була, әммә ғәҙел тормошта йәшәүе, ай-һай, ауыр буласаҡ тип уйлай. “Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” – тигән һорау менән гәзит уҡысыларға мөрәжәғәт иттек.

Илгизә БАЙРАМҒОЛОВА:
– Бәләкәй ҡыҙым – инвалид. Шуға ла йыш ҡына поликлиника юлын тапарға тура килә. Педиатрҙы “майламаһаң”, бушлай дарыу (ауырыу балаға улар былай ҙа бушлай бирелергә тейеш) алыуы бигерәк ҡыйын. “Аптекала юҡ!” – тип тик ултыра. Әсәйҙең кәңәше менән табипҡа тәүҙә өс литрлы бал алып барҙым. Һуңынан шәл бүләк иттем. Шунһыҙ дарыу юҡ! Йыл һайын балам менән медик-социаль экспертиза үтәбеҙ. Балалар церебраль фалижы бөтә торған ауырыу түгел. Сабыйҙы ыҙалатып, йыл һайын анализдар биргәнсе, инвалидлыҡты бер нисә йылға биреп булмаймы икән? Йыл һайын комиссиянан, икенсе йылға рәтләнерһегеҙ, инвалидлыҡ бирмәҫбеҙ инде, тип сығаралар. Ғүмерлек инвалидлыҡ алыр өсөн 150 мең һум аҡса һорайҙар икән. Шуға ла аҡсалы кеше генә Рәсәйҙә рәхәт йәшәй тигән фекергә йылдан-йыл нығыраҡ инанам.
Рәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ:
– Рәсәйҙә ябай халыҡ закондарҙы насар белә. Бөтә бәлә шунда шикелле. Белемең булһа, ришүәт һораған түрә менән ҡурҡмайынса һөйләшергә була ла бит. Интернет аша фаш итеүҙәр күбәйҙе. Камераға ла төшөрәләр. Хәҙер һәр кем үҙ урыны өсөн ҡурҡа, шуға ришүәт алған түрәләр тураһында йышыраҡ яҙырға кәрәк. Был осраҡта уларға һабаҡ булыр, халыҡ та белер ине.
Фирүзә МИҺРАНОВА:
– Балыҡ башынан серей тигән шәп әйтем бар. Һәр даирәлә лә ришүәт алалар, улар бары тик аҡсаның күләме менән генә айырыла. Берәүҙәр имза ҡуйыр өсөн 200 һум һораһа, икенселәрҙең миллион һорауы ихтимал. Үҙемдең дә ришүәт биргәнем бар. Йәш ғаиләләргә фатир алыу программаһы бар. Шул программа буйынса биш йыл сиратта торҙоҡ. Инде беҙҙең сират килеп етерме тиһәк, артта торғандар үтә лә китә. Аптырағас, йәнә беҙҙең яҙмышты хәл иткән белгескә барҙым. Әле һалынған йортта йәшәйәсәк кешеләр исемлегенә инер өсөн 200 мең һум һораны. Артабан субсидия алыуҙа ла ярҙам итәсәген белдерҙе. Түләнек инде. Шуныһы ҡыуандыра: ул кеше әле район хакимиәтендә эшләмәй.
Илшат МИРСӘЙЕТОВ:
— Быуаттар буйы Рәсәй халҡы ришүәт алған һәм биргән. Ғүмер-ғүмергә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ булған һәм киләсәктә лә буласаҡ. “Ҡул ҡулды йыуа, ике ҡул битте йыуа”, “һин – миңә, мин – һиңә” тигән әйтемдәр юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Беҙҙең түрәләрҙең хеҙмәт хаҡына ғына йәшәмәүе сер түгел. Был хәлгә шул тиклем күнектек. Хатта теге йәки был етәксенең фатиры, дачаһы, сит ил машинаһы булмаһа, уны булдыҡһыҙлыҡта ғәйепләүҙәрен ишеткәнем бар. Йәнәһе, үҙен үҙе ҡайғырта алмағас, башҡаларҙы нисек хәстәрләй алһын. Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирәлер, моғайын. Шулай ҙа, халыҡтың әлеге мәсьәләгә ҡарашын үҙгәртмәйенсә, уны тамырынан йолҡоп ташлап булмаясаҡ.
Әкрәм ЛАТИПОВ:
– Үҙ башыңа төшһә… Быйыл ғына машина алдым. Быға тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ришүәт алғанын ишетеп белә инем. Ошо көндәрҙә биш мең һумымды түләп, саҡ ҡотолдом. Ике яҡтан ҡапаҡлағас, “права”һыҙ ҡалмайым тип хәләл аҡсамды сығарып һалырға тура килде. Хәҙер инде полицияла эшләгән күршемдең ике сит ил машинаһы, яландай фатиры, төҙөлөп бөтөп килгән коттеджы булыуына бер ҙә аптырамайым. Мин унан юғарыраҡ вазифала эшләһәм дә, хәләл аҡсама улай иркен йәшәй алмайым. Уйланырға урын бар.


Вернуться назад