Минең ҙур йортта йәшәгем килә. Атайым менән әсәйем әле шундай өй төҙөй. Ҙур мунсаһы ла бар.
Уларға ярҙам итәм: атайыма сөй, сүкеш алып киләм, таҡтаны тотошоп торам, әсәйемә балсыҡ иҙешәм.
Беҙҙең өй иң матуры буласаҡ. Уның һүрәтен дә төшөрҙөм. Ҙурайғас, архитектор булғым килә. Шуға әле йорттарҙың төҙөлөшөн өйрәнәм. Өйҙө ағастан да, кирбестән дә бик матур итеп эшләргә мөмкин. Һәр кемдең ҙур, яҡты йорто булһын ине.
Алты йәшлек Айбулат Илекәевтең һөйләгәндәрен әсәһе яҙып алды.