Күргәнегеҙ бармы?18.09.2012
Әбейҙәр сыуағының күркәм мәле. Әбйәлил яҡтарында сәйәхәттәмен. Бер көн дуҫтарым тәбиғәт ҡосағына алып сыҡты.
...Сытыр-мытырға тип урман ауыҙына китеп барышым. Эңер ҡуйырып килә. Һиллек. Ерҙә ниҙер ҡыштырҙай. Ҡыштыр-ҡыштыр... Һарғайып ҡойолған ҡоро япраҡтарҙы ел ҡуҙғаталыр? Иғтибарлап баҡһам, ғәжәпкә ҡалдым: бәләкәс кенә йән эйәһе күҙемә туп-тура ҡарап торасы! Терпе тиһәң — йомарланырға ашыҡмай, түгел тиһәң — ҡыҫҡа ғына энәләре бар. Ә ҡолаҡтары ҡайһылай ҙур үҙенең, юрый йәбештереп ҡуйған кеүек.
Шулай аптырап тороуымды һиҙептер, әлеге йән эйәһе шәп итеп урман эсенә инеп тә китте.
— Ҡолаҡлы терпене күргәнһең, моғайын, — тине дуҫтарым.
Ҡолаҡлы терпе? Осло томшоҡло, оҙон энәле ғәҙәтиһен күргәнем бар, әлбиттә. Бер йылды көҙгө еңерҙә “фыр-фыр” итеп киске һунарға сыҡҡан терпегә юлыҡҡайным. Көндөҙ йөрөмәй ул, өңөндә йоҡлап ята. Сысҡан, тәлмәрйен тота, төрлө бөжәкте аулай. Йыландан да ҡурҡмай, уны тотоп ашай ала, ағыуланмай ҙа. Ҡара йылан саҡһа ла бирешмәй — бына ниндәй батыр йәнлек!
Бәлки, ҡолаҡлы терпе лә оҫта һунарсылыр?
Гөлнур ЯҠУПОВА.


Вернуться назад