Йәй, китмә әле...18.09.2012
Һары, ҡыҙыл төҫтәр менән
Килә беҙгә көҙ мәле.
— Ниңә улай иртәләнең?
Йәйем, китмәй тор әле!
Ә көҙ һалҡын елен өрә,
Йәшләп илаған була.
Сәскәләрҙе лә өшөтә,
Ҡоштарҙы ситкә ҡыуа.
Рәсилә ҒАРИПОВА,
Ураҙ лицейы уҡыусыһы.
Учалы районы