Мәсетлелә үҙенсәлекле урындар бар08.12.2011
Барактау
Район сигендәге Ҡаранай ауылының көньяҡ осонда боронғо ҡурғандарға оҡшаш бейек кенә тау ҡалҡып ята. Тарихтан билдәле булыуынса, 1774 йылдың 3 июнендә — Ҡыйғы, 5 июндә Мәсәғүт ауылдары янында Пугачев һәм Салауат Юлаев менән батша карателе Михельсондың ғәскәрҙәре араһындағы ҡанлы алыштар бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланғас, өҫтәмә көс йыйырға тип Михельсон — Өфөгә, пугачевсылар Красноуфимск ҡәлғәһенә китә. Юлда барғанда Салауат ғәскәре, Ҡаранай ауылы эргәһендәге тауҙа барак ҡороп, ялға туҡтай. Урындағы халыҡ һуңынан ул тауға “Барактау” тип исем ҡуша.
Әммә тауҙың боронғораҡ тарихы ла бар. 1964 йылда мин райондың “Коммунист” гәзите редакцияһында эшләгәндә ул тауға Өфөнән археологтар килгәнен ишетеп, фотохәбәрсе Мәҡсүт Бикембәтов менән уларҙың эштәрен яҙырға, ҡаҙылмаларын фотоға төшөрөргә барғайныҡ. Ул саҡтарҙа уҡ күренекле археолог, бөгөнгө академик Нияз Мәжитов археологик ҡаҙыуҙар алып барҙы һәм VIII – IХ быуаттарҙа был яҡтарҙа башҡорттар йәшәгәнлеген иҫбат итте.
“Ҡаранай убаларына беҙ осраҡлы ғына тап булдыҡ, — тип яҙа ул үҙенең “Башҡортостан археологияһы” (Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1968) тигән китабында. — Улар Мәсетле районының Ҡаранай ауылы эргәһендәге Бараг (дөрөҫө: Барак. — Р.Х.) исемле бейек тау башында урынлашҡан һәм төрлө күләмдәге егермегә яҡын ер өйөмөнән тора. Убаларҙың күбеһе, йылдар буйы һөрөлөү арҡаһында емерелеп, ер менән тигеҙләнеп бөткән. Һөргән саҡта ауыл халҡына йыл да кеше һөйәктәре һәм башҡа табыштар осраған, ләкин уларға һис бер иғтибар итеүсе булмаған... Был урынға беҙ 1964 йылда килдек һәм бик ҡыҙыҡлы табыштарға юлыҡтыҡ, ундағы иң ҙур ете убаны тикшерҙек. Диаметры егерме дүрт-егерме һигеҙ метр, бейеклеге бер метр булған иң ҙур убала ҡырҡҡа яҡын кеше күмелгән. Уларҙың егермеләбе ҡыҙғылт балсыҡ ҡатламын үтеп кергән тар һәм оҙонса соҡорҙарға баштары менән төньяҡҡа ҡаратып һалынған. Ҡалғандары әҙер уба өҫтөндәге һай ғына соҡорҙарға ерләнгән. Үлектәрҙе “теге донъяға” оҙатҡан саҡта йыш ҡына ҙур-ҙур усаҡтар яғылған булған.
...Ҡәберҙәрҙең күбеһе боронғо заманда уҡ аҡтарылған, ләкин беҙҙең көнгәсә ҡалғандары ла ҡомартҡы тураһында тулы фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Ат һөйәктәре, ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр, көмөштән яһалған ҡайыш таралғылары һәм тәңкәләре, беләҙектәр, алҡалар, быяла мунсаҡтар (муйынсаҡтар) һәр убала тип әйтерлек осрап торҙо. Уларҙың барыһы ла VIII – IХ быуаттар өсөн хас булған табылдыҡтар ине. Иң ҙур убаның бер ҡәберендә диаметры ун биш сантиметр булған, өҫтөнә алтын ялатылған һәм сәскә биҙәктәре төшөрөлгән көмөш көҙгө, бик матур биҙәкле, йоҡа ғына бәләкәй балсыҡ көршәк сыҡты. Ул биҙәге һәм формаһы яғынан торбаҫлы ҡәбиләләренең ҡомартҡыларында осраған көршәктәрҙе хәтерләтә”.
“Башҡорттарҙың тарих фәнендә, — тип дауам итә Нияз Абдулхаҡ улы, — Әйле башҡорттары Уралға ХIII – ХIV быуаттарҙа, монгол ябырылыуынан һуң ғына килгән, тигән фекер ҙә бар. Был фекер, атап әйткәндә, “Башҡортостан тарихы буйынса очерктар”ҙа (34-се бит) һәм Р.Ғ. Кузеевтың 1960 йылда урыҫ телендә сыҡҡан “Башҡорт шәжәрәләре” тигән китабында (Өфө, 218-219-сы биттәр) әйтелгән. Экспедиция тарафынан йыйылған мәғлүмәттәр иһә төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тарихын боронғораҡ осорҙан башлап ебәрергә мөмкинлек бирә”.
Нияз Мәжитовтың Әйле башҡорттарын боронғо халыҡ тип төплө һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән раҫлауы үҙенә күрә бер мөғжизә бит, һәм Барактауҙың башына ла ошо турала яҙыу менән таҡтаташ ҡуйыу фарыз.

Мазартау

Элекке Дыуан-Мәсетле волосының Иҫке Хәлил ауылына бынан 7-8 йыл самаһы элек тәүләп аяҡ баҫҡанда, ундағы Мазартау тураһында ишетеп, ғәжәпләнеп ҡалдым, сөнки 1990 йылда СССР Журналистар союзы делегацияһы менән Афғанстанға барғанда Мазари-Шәриф тигән ҡалала ла булырға тура килгәйне.
— Шәриф — кеше исеме, ғәрәпсә “дәрәжәле”, “данлы” тигәнде аңлата, — тип һөйләшеп киттем шул саҡ беҙҙе оҙатып йөрөүсе тәржемәсе Вәхит менән. — Ә бына “Мазар” тигәне нимәне аңлата һуң?
— Уныһы ла ғәрәп һүҙе, — тип йылмайҙы Вәхит, — “изге кеше ҡәбере”, “зыярат”, “әүлиә йорто” була.
Ысынлап та, Иҫке Хәлилдәге Мазартау итәгендә ауылдың боронғо зыяраты ята. Афғанстандағы Мазари-Шәриф ҡалаһы менән Иҫке Хәлилдәге Мазартау араһында ниндәй оҡшашлыҡ, уртаҡлыҡ бар?
Эҙләнеүҙәр мине тағы ла Таһир Байышевтың эҙҙәренә төшөрҙө. Ул үҙе лә шул ауылда 1886 йылдың 15 авгусында тыуған. Әйткәндәй, был ауыл – күренекле башҡорт яҙыусыһы Низам Ҡәрип, Көнсығыш телдәре белгесе, тарих фәндәре кандидаты, Ҡөрьән Кәримде башҡорт теленә тәржемә итеп, уны китап итеп баҫтырып сығарыусы мөхәррир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнил Байышев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнановаларҙың да тыуған төйәге. Ғәзим Шафиҡов әйтмешләй, “башҡорт Робинзоны” Таһир Байышев ҡатмарлы тормош һәм һикәлтәле фән юлын үткән. 1940 йылда ул “Башҡорт теле диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте” тигән монография яҙа. Төрлө сәбәптәр арҡаһында 1950 йылдың мартында ғына шул монография нигеҙендә Мәскәү дәүләт университетында күренекле төркиәтсе, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Н.К. Дмитриев етәкселегендә филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлауға өлгәшә һәм бының менән башҡорт диалектологияһы фәненә нигеҙ һала.
Таһир Байышев 1920 — 1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле ауылында фельдшер булып эшләй, мәктәптә балалар уҡыта һәм бер үк ваҡытта тарихи материалдар, яҙма ҡомартҡылар, тел байлыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә ул Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр, Хәлил ауылдарының тәүге шәжәрәһен төҙөй.
“Ислам дине Һарт үзбәктәре араһында киң тарала, — тип яҙа ул, мәҫәлән, Иҫке Хәлил шәжәрәһендә. – Артабан үзбәк миссионерҙары ул динде таратыу маҡсатында башҡа төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар иленә барып сыға. Әй йылғаһы ярҙарында йәшәгән башҡорттарға Куйден тигән үзбәктең Сәйет исемле улы бер төркөм мөриттәре менән килеп сыға. Улар башҡорт ҡыҙҙарына өйләнеп, ишәйеп китә һәм йәшәр ер һорап Ҡошсо, Дыуан, Тырнаҡлы, Мырҙалар ырыуҙары бейҙәренә мөрәжәғәт итә. Бейҙәр Хөкөмтауға (хәҙерге Астау) йыйыла һәм ошо ырыуҙар аралығынан ер бүлеп бирә”.
Әнйәк, Тәнтәк, Әй буйҙарындағы Иҫке һәм Яңы Хәлил, Әбдрәшит, Мәрйәмғол, Арый, Мөлкәт, Түбәнге һәм Үрге Әпсәләм, Ҡаракүл ауылдарында бөгөн дә һарт ырыулы башҡорттар йәшәй.
Һарттар үҙҙәре менән Урта Азия яҡтарындағы ҡайһы бер ер-һыу атамаларын да алып килә.
“Иҫке Хәлил эргәһендәге бер тау “Мазартау” тип атала, — ти был хаҡта Таһир Байышев. — “Мазар” — ғәрәп һүҙе. “Ғәрәп-рус һүҙлеге” буйынса (профессор Х.К. Баранов, 1957, 423-сө бит) ул: 1. Йөрөү урыны; 2. Әүлиә ҡәбере; 3. Доға ҡылыу йорто тигәнде аңлатҡан. Шул тау итәгендә ауыл зыяраты ята. Артабан һөҙәгерәк тау теҙмәләре, ҡалҡыулыҡтар, ҡәберлектәр өҫтөндәге өйөмдәр — ҡурғандар һуҙыла. Урта Азияла ла маҙарҙар — изге кешеләр, әүлиәләр ҡәберлеге байтаҡ”.
Күренекле яҡташ ғалимыбыҙҙың һүҙҙәренә шуны өҫтәмәксемен: үткән быуаттың 60-сы йылдарында Иҫке Хәлил ҡурғандарын Нияз Мәжитов ентекләп өйрәнә һәм табылған ҡаҙылмалар буйынса бындағы башҡорттарҙың Урта Азия халыҡтары менән бәйләнешен асыҡлай.
“Убалар тураһында тәү башлап Иҫке Хәлил ауылында тыуып үҫкән башҡорт тел ғилеме аҡһаҡалы Таһир ағай Байышевтан Өфөлә үк ишетеп белгәйнек, — тип яҙа ул үҙенең алда әйтеп кителгән “Башҡортостан археологияһы” тигән китабында. – Улар уның ауылдаштарына ла таныш икән. Ауыл ҡарттарының һөйләүе буйынса, убаларҙа ҡасандыр борон заманда көньяҡтан күсеп килгән башҡорттар күмелгән. Хәлил убалары материалдарға бик бай. Унда бик күп ат һөйәктәре, ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр, һөйәктән, тимерҙән яһалған уҡ башаҡтары, йәйә ҡалдыҡтары, ҡылыс һәм бысаҡ киҫәктәре бар. Бил ҡайышын биҙәгән көмөш йәки өҫтө алтын менән ялатылған тәңкәләрҙең төрлө формалағыһы бар. Улар араһында ҡош, йөрәк, төрлө сәскә шикеллеләре осрай. Дүрткел формалағы бер ҡайыш өҫтөнә ат йәки бүре һыны кеүек ҡалҡыу һүрәт төшөрөлгән, тәңкәләр менән биҙәлгән. Үҙенең композицияһы менән ул элек башҡорттарҙа киң таралған бүре һүрәттәрен хәтерләтә. Бүре һүрәттәре ағас сынйырҙың осона тағып йөрөтөлгән. Ҡайыштағы тәңкәләр ҙә үҙҙәренең формаһы менән хәҙерге башҡорттарға хас булған биҙәктәргә бик оҡшаш һәм, күрәһең, уларҙың иң боронғо өлгөһө булып тора”.
Шулай итеп, Мазартауҙы ла мөғжизәләр рәтенә индерергә мөмкиндер тигән уйҙамын.
(Дауамы. Башы 242-се һанда).
Ризван ХАЖИЕВ.


Вернуться назад