Шаян да, иркә лә18.09.2012
Һикерәндәп уйнап йөрөй
Шаян бесәй балаһы.
Сабый кеүек шатлана —
Ҡарайһы ла ҡарайһы!
Йомғағымды төшөрә лә,
Әйтерһең, туп баҫтыра.
Бергәләп күңеллерәк тип,
Уйнарға ул саҡыра.
Хас та кескәй бала кеүек —
Тик тора алмай саҡ ҡына.
Арҡаһынан һыйпаһаң,
Мырлай-мырлай ҡыуана.
Гөлназ ХАЖИМӨХӘМӘТОВА,
Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусыһы.
Мәсетле районы