Көслө булып үҫәбеҙ18.09.2012
Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ,
Туп тибәбеҙ ярышып.
Көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ,
“Бишле” алырға тырышып.

Шул ваҡытта тәнебеҙҙең
Беләбеҙ, арта көсө.
Һәммәбеҙгә лә оҡшай
Физкультура дәресе.

Айһылыу ХАЖИӘХМӘТОВА,
Ҡыҫынды мәктәбе уҡыусыһы.
Архангел районы


Вернуться назад