Эшкә килеүселәр өсөн ошо араны үтеү оло бер михнәткә әүерелә. Аяҡ аҫтын ҡарап атларға, ҡолап имгәнеп ҡуймаҫҡа тырышаһың. Юл ситенән барыр инең, унда машиналар тығылышҡанлыҡтан, тәгәрмәс аҫтында ҡалыуың ихтимал. Өфөнөң бер ситендәге түгел, ә ҡаланың үҙәгендә, дөрөҫөрәге, Матбуғат йорто ҡаршыһындағы күренешкә ҡағыла был.
Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем яҙыуы булмағас, кемгә ҡуйылғанын бик һирәктәр генә белә) майҙанында төҙөкләндереү эше күптән
башланғайны, әле булһа осона сыға алмайҙар. Эшләүен эшләйҙәр ҙә ул, тик бик һүлпән ҡыбырлайҙар. Ҡайһы саҡ эшселәр пәйҙә булып ҡала, ләкин күберәк тик ултырғандарын күрәбеҙ. Әллә көҙгө ямғырҙарҙы көттөләрме икән? Бына хәҙер көн дә яуа, аяҡ аҫты бысраҡ, эшләй ҙә алмайҙар.
Бер ҡараһаң, әллә ни ҙур объект та түгел һымаҡ, әммә эш оҙаҡҡа һуҙылды. Бындағы төҙөкләндереү эшенә ниндәй ойошма яуап биреүе хаҡында белешмә алыр өсөн Өфө ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәт идаралығына мөрәжәғәт иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуаплы вазифа биләүсенән аныҡ ҡына яуап булманы. “Төҙөкләндереү эшен “Горзеленхоз” ойошмаһы алып бара. Ул бурысын графикка ярашлы башҡара. Әгәр ниндәйҙер тотҡарлыҡ бар икән, был ямғырға бәйле”, — тип ҡоро ғына хәбәр иттеләр телефондың теге осонан. Ә ҡасан тамамланырға тейешлеген әйтергә теләмәнеләр. Күрәһең, үҙҙәре лә бындағы төҙөкләндереү эшенең ваҡытында теүәлләнәсәгенә ышанмайҙыр.
Ф. ӘҺЛЕТДИНОВ.
Р. СӘЙФУЛЛИНА, уҡытыусы:— Шул ус аяһындай ғына ерҙә оҙон йәй буйы тапаныуҙарына аптырайым. Һуҙылырҙар ҙа шул, ҡасан ҡарама эшселәре ашап йә эсеп ултыра. Йөҙҙәренә ҡараһаң, эш өсөн янып йөрөгән кешеләргә лә оҡшамайҙар. Ҡайҙан йыйғандарҙыр уларҙы.
М. МОТАЛОВ, табип:— Аңлайым, баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндерергә, матурларға кәрәк. Тик ниңә шулай мыштырларға? Эште йылдамыраҡ башҡарырға нимә ҡамасаулай икән? Сит илдә “һә” тигәнсе тамамлап ҡуйырҙар ине. Юл төҙөлөшөндә лә шул уҡ хәл. Төрлө урында ҡаҙып ташланылар ҙа йүнәтеп өлгөрә алмайҙар йә ашыҡ-бошоҡ эшләп китәләр.
Р. ШАФИҠОВА, студент:— Эшләйҙәрме ни ул? Күпме иғтибар иткәнем булды, бер ҙә ҡолас ташлап эшләп йөрөгәндәрен күргәнем юҡ, гәп һатып ултыралар. Ойошма тендер отҡан да ул, әммә оҫталарҙы йәлеп итә алмаған шикелле. Шуға күрә кем тура килә, шуларҙы эшләтәләрҙер.