Яңы урам һалына18.09.2012
Яңы урам һалынаЙылайыр районында сыҡҡан янғындан һигеҙ ғаиләнең йортһоҙ ҡалыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов уларға тиҙ арала торлаҡ төҙөү тураһында күрһәтмә биргәйне.

Әле Йылайыр ауылында төҙөлөш эштәре бара. “Термохольц” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йорттар һала. Яңы урам өсөн урынды Һаҡмар йылғаһы буйында һайлау юҡҡа түгел. Янғында көл-күмергә әйләнгән өйҙәр тап ошонда урынлашҡан булған икән. Шуға күрә район етәкселеге яңы һалынасаҡ урамды элеккеһенә оҡшатып төҙөргә ҡарар итә.
Ике хужа иһә элекке урындарында йорт төҙөүҙе үтенгән. Уларҙың теләген иҫәпкә алып, бөгөн йорт шул ерҙә күтәрелә. Торлаҡ ғаиләнең ҙурлығына ҡарап төҙөлә, бер Яңы урам һалынакешегә 18 квадрат метр майҙан тура киләсәк. Һөҙөмтәлә, ҡайһы бер ғаиләләр элеккеһенә ҡарағанда ла ҙурыраҡ өйҙә йәшәйәсәк. Яңы йортта эҫе һыу, душ һәм бәҙрәф тә буласаҡ.
Ҡаза күргәндәрҙең барыһына ла ярҙам ителәсәк, әммә мөлкәтһеҙ ҡалған ғаиләләр өсөн ул да аҙ. Шуға күрә теләге булғандар уларға хәленән килгәнсә ярҙам итә ала. Йылайыр район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин әйтеүенсә, һыуыҡтар башланыуға зыян күргәндәрҙең барыһы ла йортло буласаҡ. Бының өсөн район етәкселеге барлыҡ сараларҙы күрә.
Балаларҙың һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле һигеҙ ғаиләне торлаҡһыҙ ҡалдырған фажиғә бөтәбеҙгә лә һабаҡ булһын ине. Йылайырҙарҙың ҡот осҡос бәләне бергәләп күтәреүе, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыуы маҡтауға лайыҡ. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәйҙер халыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Йылайыр районы.


Вернуться назад