Вирустар баш ҡалҡыта18.09.2012
Вирустар баш ҡалҡытаКөҙҙөң хакимлыҡты үҙ ҡулына алыуы менән киҫкен вируслы сирҙәр ҙә баш ҡалҡыта башлай. Аяҡ аҫты еүеш, һауа үтә дымлы, ә ҡалала йәшәүселәрҙең фатирҙарына йылы бирелмәгән әле. Йоғошло сирҙәр таралһын өсөн үтә яйлы мәл.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар врачының “Эпидемия осоронда киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы иҫкәртеү буйынса саралар тураһында”ғы ҡарары көсөнә инде. Шуға ярашлы, Рәсәйҙә халыҡты киҙеүҙән иммунизациялау буйынса эш башланды. Был мөһим сара барыһынан да элек хәүефле төркөмгә ҡараған балалар һәм ололарҙы үҙ эсенә аласаҡ.
Быйыл “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, республикала 800 меңдән ашыу кешегә, тәү сиратта 300 мең балаға, прививка яһау ҡаралған. Медицина һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, 60 йәште уҙған өлкәндәр ҙә был саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Хәҙерге мәлдә республикала эпидемиологик хәл нисек һуң?

ЭКСПЕРТ ФЕКЕРЕ

Зөһрә ШАҺИЕВА, Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары:
— 3 — 9 сентябргә тиклемге осорҙа республикала вируслы йоғошло сирҙәр менән 10,1 мең кеше ауырыны, уларҙың 68 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте. Халыҡтың ауырыу кимәле уртаса күп йыллыҡ кимәлдән 20 процентҡа кәмерәк. Киҙеү осраҡтары теркәлмәне.
Өфөлә вируслы инфекцияларҙан 2,8 мең кеше сирләне, уларҙың 60 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыу осраҡтары 42 процентҡа артҡан. Хәүефләнергә урын юҡ, Өфө халҡының вируслы сирҙәр менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 7 процентҡа түбән.


Вернуться назад